dcsimg

Ҡарағанат ( bachkir )

fourni par wikipedia emerging languages
 src=
Ҡарағанаттың ояһы
 src=
Ҡарағанат һауала

Ҡарағанат (урыҫ.обыкнове́нный жула́н, или сорокопут-жулан, лат. Lanius collurio Linnaeus, 1758) — турғайҙар отрядының ҡарағанаттар ғаиләһенән булған, Көнсығыш ярымшарҙа һәм Төньяҡ Америкала урманда йәшәүсе, бөжәктәр менән, йыландар, сысҡандар һәм ваҡ ҡош балалары менән туҡлана торған, ҡойроғо һәм ҡанаты ҡара, ҡалған ере күк төҫтә булған ултыраҡ һәм күсмә йыртҡыс ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Ғәҙәттә, ҡоро ботаҡтарҙа йәки сымдарҙа ултыра. Түбәһе һоро, арҡаһы көрән. Күҙҙәре аша үткән киң һыҙыҡ, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Ҡойроғоноң ике яҡ ситенн аҡ һыҙыҡтар үтә. Кәүҙәһенең аҫ яғы, ҡойроҡ төбө алһыу аҡ. ваҡ һайҫҡандан һәм алағанаттан бәләкәй кәүҙәһе, тигеҙ ҡара ҡанаттары менән айырыла. Тауышы көслө генә: «тек-тек» һәм ҡарлыҡҡан «шжаа-шжаа». Башҡа ҡоштарҙыү тауыштарын сығарып һайрай.

Йәшәүе

Урман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтарҙа, баҡсаларҙа була. Ҡыуаҡта оялай. Күсмә ҡош. Киң генә таралған.

Туҡланыуы

Төрлө бөжәктәр менән туйына.

Үрсеүе

Ҡара көрән таплы 4-6 бөртөк йәшел йомортҡаһы була.

Һылтанмалар

licence
cc-by-sa-3.0
droit d’auteur
Wikipedia authors and editors

Ҡарағанат: Brief Summary ( bachkir )

fourni par wikipedia emerging languages
 src= Ҡарағанаттың ояһы  src= Ҡарағанат һауала