dcsimg

Ҡырмыҫҡалар ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ҡырмыҫҡалар (лат. Formicidae) — бөжәктәр ғаиләһе, яры ҡанатлыларҙан. күсле бөжәктәр, 3 касталары бар: инә, ата һәм эшсе ҡырмыҫҡалар. Инә, ата ҡырмыҫҡалар - ҡанатлы, эшселәре — ҡанатһыҙ. Мыйыҡтары бөгөлсән,инә һәм эшеселәрҙең мыйығы 11-12 быуынтыҡлы,аталарҙыҡы 12—13-[1], ҡайһы берҙәренең 4, 6 йәки 10 быуынтыҡлы. Мыйығының төп быуынтығы (скапус) ғәҙәттә башҡаларынан оҙонораҡ була. (Мирмицин, понеринһәм башҡа ҡайһы бер ҡырмыҫҡалаҙың ярайһы үҫешкән ҡаяуы бар.Сүп-сарҙан оя өйөп, күс булып йәшәгән ер бөжәге[2]

Ҡырмыҫҡалар күс менән тупраҡҡа, ағас араһына, таш аҫтына һ.б. ерҙәргә оя ҡороп йәшәй. Ҡайһы берҙәре үҫемлек ҡалдыҡтарынан күс ояһы ҡора. Араларында әрәмтамаҡ төрҙәр ҙә бар, улар башҡа ояларға баҫып инә, "ҡол биләүсе"ләр ояларында башҡа төр ҡырмыҫҡаларҙы ҡол итеп тота. Ҡайһы берҙәре кеше йәшәгән йорттарға ла оялай. Бәғзеләре зарарлы бөжәктәрҙең һанын көйләүҙә ярҙамсы булһа, башҡалары үҙҙәре ҡоротҡос булып тора.

Ғәҙәттә үҫемлек һуты менән ,үлән бете кеүектәрҙе, ҡарышлауыҡтарҙы һурып туҡланалар. Орлоҡ (ураҡсы ҡырмыҫҡалар), бәшмәк ашаған (япраҡ ҡырҡҡыс ҡырмыҫҡалар) төрҙәре бар

Антарктиданан һәм бик йыраҡта урынлашҡан утрауҙарҙан башҡа һәр ерҙә йәшәйҙәр. Ер өҫтөндә йәшәгән хайуандарҙың биомассаһының 10—25 % тәшкил итәләр. Улар күс менән йәшәүҙәре, күсеп йөрөй алыуҙары һәм тәбиғәттәге төрлө ресурстарҙы файҙалана алыуҙары арҡаһында шулай ишле.

Донъяла 12 000 төрө бар, күпселеге тропиктарҙа үрсей. Элекке СССР илдәрендә 300-ләп төрө осрай [1].

Ҡырмыҫҡаларҙы өйрәнеүсе фән мирмекология тип атала.

Тасуирлама

Ҡырҡымыҫҡалар күс ояһы яһап йәшәйҙәр. Күстәр төрлө дәүмәлле була. Хәҙер беҙҙең яҡтарҙа ер аҫтында йәшәй торғандары ла килеп сыҡты. Ҡәҙимге ҡырмыҫҡа ояһы ер өҫтөндә өйөм булып күренеп тора, тупраҡтан, ваҡ сыбыҡтан йә ылыҫ энәләренән көмбәҙ рәүешле итеп төҙөлгән була. Был көмбәҙ аҫтында бик яҡшы планлаштырылған юлдар, бушлыҡтар, унда ҡырмыҫҡа йомортҡалары, ҡорттары һәм ҡурсаҡтары һаҡлана.Юлдарҙың тәрәнлеге хатта метр ярымға етеп, бер-береһенә тоташҡан эске ояларҙың береһендә батшабикә йәшәй.

Ояла көслө иерархия, тотош күс батшабикәгә буйһона. Йомортҡаларҙы ул һала. Эшсе ҡырмыҫҡалар ҙа түлле, әммә батшабикә тере сағында йомортҡа һалмайҙар. Батшабикә 15-20, ә эшселәр - 5-7 йыл йәшәй. Иркәктәре бары бер йәй генә йәшәй, улар тоҡом сығарыуҙа ҡатнашыу менән үлеп бөтәләр.

Батшабикәне 10-12 эшсе ҡырмыҫҡа ҡурсый, тәрбиәләй, ашата. Былар йәш ҡырмыҫҡалар, һәр ҡырмыҫҡа башта йә инәне, йә йомортҡаларҙы тәрбиәләү менән ай самаһы шөғөлләнә, унан аҙыҡ эҙләүселәр, ташыусылар "хеҙмәтенә" күсә. Тапҡан емде улар бер урынға туплай, шунан ул тотош оя әһелдәренә таратыла. Батшабикә сығарған махсус матдә - феромен да уларға өҫтәмә ем булып хеҙмәт итә, ул матдә инәнең сәләмәтлеге торошон да, ояның халәте тураһында ла мәғлүмәт бирә икән. Шул рәүешле, күс дөйөм мәғлүмәт киңлегендә йәшәй!

Ҡырмыҫҡаның этимиолигияһы

Атаманың урыҫ телендәге этимологияһы

Муравей тигән урыҫ һүҙе праслав. *morvь(jь), шулай уҡ ибһе теле *morwis/*mormis, ( лат. formica һәм бор. грек. μύρμηξ сығанағына барып тоташа). Фонетик яҡтан урыҫ телендә моровей тип атау дөрөҫөрәк булыр ине. Заманса формаһы мурава һүҙе менән контаминация нигеҙендә барлыҡҡа килгән [3][4][5].

Атаманың башҡорт телендәге этимологияһы

Ҡырмыҫҡа тигән бөжәкте ҡайһы бер башҡорт райондарында (мәҫәлән, Әбйәлил районы) "ҡымыртҡа" тип атауҙары һүҙҙең "ҡымырйыу" тигән ҡылымға барып тоташыуына ишара. Ҡымырйыу - йыбырлау тигәндең синонимы. Оҙаҡ йылдар башҡорт телендә был һүҙҙең ҡымырҫҡа тип яҙылып йөрөүен дә телгә алмай булмай.

Ҡырмыҫҡа тураһында башҡорт әҙәбиәтенән һәм ауыҙ-тел ижадынан өлгөләр

Кәбән

Рәми Ғарипов

Ҡырмыҫҡалар, күпме ҡырмыҫҡалар
Ҡанатланып сыҡҡан иләүҙән.
Мыж килә был ҡырмыҫҡалар яуы,
Балаларын сисеп биләүҙән...

Һынамыш

  • Ҡырмыҫҡа ҡанатлана башлаһа, көн яуынға әйләнә
  • Ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығыу шау-шыу, талашты көсәйтеп ебәреү[6]

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 Определитель насекомых Дальнего Востока России. Т. IV. Сетчатокрылообразные, скорпионницы, перепончатокрылые. Ч. 1. / под общ.ред. П. А. ЛераСПб.: «Наука», 1995. — 606 б. — 3150 экз. — ISBN 5-02-025944-6.
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  3. Фасмер М. Этимологический словарь русского языка — Прогресс. — М., 1964—1973 Т. 3. — Б. 11.
  4. Этимологический словарь славянских языков — Наука, 1992. — Т. 19. — Б. 248—249.
  5. J. P. Mallory, Douglas Q. Adams. Encyclopedia of Indo-European culture — London: Fitzroy Dearborn Publishers, 1997. — P. 24. — ISBN 9781884964985.
  6. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Ҡырмыҫҡалар: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ҡырмыҫҡалар (лат. Formicidae) — бөжәктәр ғаиләһе, яры ҡанатлыларҙан. күсле бөжәктәр, 3 касталары бар: инә, ата һәм эшсе ҡырмыҫҡалар. Инә, ата ҡырмыҫҡалар - ҡанатлы, эшселәре — ҡанатһыҙ. Мыйыҡтары бөгөлсән,инә һәм эшеселәрҙең мыйығы 11-12 быуынтыҡлы,аталарҙыҡы 12—13-, ҡайһы берҙәренең 4, 6 йәки 10 быуынтыҡлы. Мыйығының төп быуынтығы (скапус) ғәҙәттә башҡаларынан оҙонораҡ була. (Мирмицин, понеринһәм башҡа ҡайһы бер ҡырмыҫҡалаҙың ярайһы үҫешкән ҡаяуы бар.Сүп-сарҙан оя өйөп, күс булып йәшәгән ер бөжәге

Ҡырмыҫҡалар күс менән тупраҡҡа, ағас араһына, таш аҫтына һ.б. ерҙәргә оя ҡороп йәшәй. Ҡайһы берҙәре үҫемлек ҡалдыҡтарынан күс ояһы ҡора. Араларында әрәмтамаҡ төрҙәр ҙә бар, улар башҡа ояларға баҫып инә, "ҡол биләүсе"ләр ояларында башҡа төр ҡырмыҫҡаларҙы ҡол итеп тота. Ҡайһы берҙәре кеше йәшәгән йорттарға ла оялай. Бәғзеләре зарарлы бөжәктәрҙең һанын көйләүҙә ярҙамсы булһа, башҡалары үҙҙәре ҡоротҡос булып тора.

Ғәҙәттә үҫемлек һуты менән ,үлән бете кеүектәрҙе, ҡарышлауыҡтарҙы һурып туҡланалар. Орлоҡ (ураҡсы ҡырмыҫҡалар), бәшмәк ашаған (япраҡ ҡырҡҡыс ҡырмыҫҡалар) төрҙәре бар

Антарктиданан һәм бик йыраҡта урынлашҡан утрауҙарҙан башҡа һәр ерҙә йәшәйҙәр. Ер өҫтөндә йәшәгән хайуандарҙың биомассаһының 10—25 % тәшкил итәләр. Улар күс менән йәшәүҙәре, күсеп йөрөй алыуҙары һәм тәбиғәттәге төрлө ресурстарҙы файҙалана алыуҙары арҡаһында шулай ишле.

Донъяла 12 000 төрө бар, күпселеге тропиктарҙа үрсей. Элекке СССР илдәрендә 300-ләп төрө осрай .

Ҡырмыҫҡаларҙы өйрәнеүсе фән мирмекология тип атала.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors