dcsimg

Бесбесәй ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
 src=
Periparus ater

Бесбесей, беснәк, ҡарабаш турғай, майсыл, майгис(рус. Московка, лат. Periparus ater) — ҙур булмаған ҡошсоҡ.

Ҡылыҡһырлама

Турғайҙан бәләкәйерәк. Түбәһе ҡара, сикәләре аҡ. Арҡаһы күкһел һоро, ҡанаттары һәм ҡойроғо күкһел көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы һорғолт аҡ, ҡабырғалары һарғылт көрән. Тебейектән аҡ сикәләре һәм күкһел төҫө менән айырыла.

Тауышы

Тауышы яңғырауыҡлы; «си-пи-си-пи» йәки «ти-ти-түй,- ти-ти-түй».

Йәшәү рәүеше

Аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Киң генә таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙғылт һипкелле 4—11 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Бесбесәй: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
 src= Periparus ater

Бесбесей, беснәк, ҡарабаш турғай, майсыл, майгис(рус. Московка, лат. Periparus ater) — ҙур булмаған ҡошсоҡ.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors