dcsimg

Ер-һыу хайуандары ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ер-һыу хайуандары, йәки амфи́биялар (лат. Amphibia) — умыртҡалы дүр аяҡлы хайуандар класы. Был класҡа тритондар (һыу кәҫәрткеләре), саламандралар, баҡалар һәм селәүҙәр керә[1] (башҡа мәғлүмәт буйынса — 5000 тирәһе төр,[2]) сағыштырмаса бик күп түгел

Рәсәйҙә — 28 төр[3], Мадагаскарҙа — 247 төр булыуы билдәле. Ер-һыу хайуандары 320 млн йылдар элек барлыҡҡа килгәндәр, улар ябай төҙөлөшлө умыртҡалы ер һәм һыу хайуандары булараҡ ҡоро ерҙә тереклек итеүсе беренсе хауандар булғандар. Уларҙың үрсеүе һәм үҫеүе һыуҙа үтә, ҙурайған заттар ҡоро ерҙә тереклек итә. Амфибияларҙы өйрәнеүсе фән герпетология тип атала. Йәшәү дәүерендә ер-һыу хайуандары метаморфоз кисерә, йәғни һыуҙа йәшәүсе личинка булыуҙан һыу буйында терекләк итеүсегә әйләнә. Шул рәүштә, һаңаҡ менен һулыш алыу урынына үпкә менән һулыш алыу барлыҡҡа килә, ҡан әйләнеше системаһы үҙгәрә, ослоҡтар барлыҡҡа килә, һиҙеү органдары системаһы үҫешә

Ер-һыу хайуандары йылы климатлы һәм дымлы климатта таралған. Һалҡын ҡыш була торған урындарҙа бер нисә ай ғына тереклек итергә бик аҙ һанлы вәкилдәре генә яраҡлашҡан. Ошо ваҡыт эсендә улар ыуылдырыҡ сәсеп, яңы быуын үстерегә һәм ҡышы йоҡоға талырға өлгөрә.

Ер-һыу хайуандары өс отрядҡа бүленә: ҡойроҡлолар, ҡойроҡһоҙҙар, аяҡһыҙҙар.

Иҫкәрмәләр

  1. Amphibian Species of the World (инг.). База данных амфибий. Darrel Frost and The American Museum of Natural History. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 июнь 2012. 13 март 2012 тикшерелгән.
  2. Класс Земноводные, или Амфибии: общая характеристика. Биология и медицина. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 июнь 2012. 13 март 2012 тикшерелгән.
  3. Classis AMPHIBIA (Л. Я. Боркин, 1992). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 июнь 2012. 13 март 2012 тикшерелгән.

Әҙәбиәт

  • Жизнь животных. Энциклопедия в шести томах. Том 5. (Земноводные. Пресмыкающиеся). Общая редакция члена-корреспондента АН СССР профессора Л. А. Зенкевича. — Москва: Просвещение, 1969. — 488 с.

• Рәхимов И. И. Р96 Татарстанның үсемлекләр һәм хайваннар дөньясы : Уку әсбабы / И. И. Рәхимов, K. K. Ибраһимова; Русчадан Ф. Г. Иштирәкова, P. 3. Закирова тәрҗ. — Казан: Мәгариф, 2007. — 199 б.: рәс. б-н. — ISBN 978-5-7761-1710-7

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Ер-һыу хайуандары: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ер-һыу хайуандары, йәки амфи́биялар (лат. Amphibia) — умыртҡалы дүр аяҡлы хайуандар класы. Был класҡа тритондар (һыу кәҫәрткеләре), саламандралар, баҡалар һәм селәүҙәр керә (башҡа мәғлүмәт буйынса — 5000 тирәһе төр,) сағыштырмаса бик күп түгел

Рәсәйҙә — 28 төр, Мадагаскарҙа — 247 төр булыуы билдәле. Ер-һыу хайуандары 320 млн йылдар элек барлыҡҡа килгәндәр, улар ябай төҙөлөшлө умыртҡалы ер һәм һыу хайуандары булараҡ ҡоро ерҙә тереклек итеүсе беренсе хауандар булғандар. Уларҙың үрсеүе һәм үҫеүе һыуҙа үтә, ҙурайған заттар ҡоро ерҙә тереклек итә. Амфибияларҙы өйрәнеүсе фән герпетология тип атала. Йәшәү дәүерендә ер-һыу хайуандары метаморфоз кисерә, йәғни һыуҙа йәшәүсе личинка булыуҙан һыу буйында терекләк итеүсегә әйләнә. Шул рәүштә, һаңаҡ менен һулыш алыу урынына үпкә менән һулыш алыу барлыҡҡа килә, ҡан әйләнеше системаһы үҙгәрә, ослоҡтар барлыҡҡа килә, һиҙеү органдары системаһы үҫешә

Ер-һыу хайуандары йылы климатлы һәм дымлы климатта таралған. Һалҡын ҡыш була торған урындарҙа бер нисә ай ғына тереклек итергә бик аҙ һанлы вәкилдәре генә яраҡлашҡан. Ошо ваҡыт эсендә улар ыуылдырыҡ сәсеп, яңы быуын үстерегә һәм ҡышы йоҡоға талырға өлгөрә.

Ер-һыу хайуандары өс отрядҡа бүленә: ҡойроҡлолар, ҡойроҡһоҙҙар, аяҡһыҙҙар.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors