dcsimg

Бәшмәктәр ( bachkir )

fourni par wikipedia emerging languages

Бәшмәктәр (лат. Fungi йәки Mycota) — йәнле тәбиғәт батшалыҡтарының береһе. Егерменсе быуат урталарына тиклем бәшмәктәрҙе хлорофилһыҙ үҫемлектәргә индереп, ботаника курсында өйрәнәләр ине. Бәшмәктәр үҫемлектәрҙең айырым бүлеге булып һаналды.

Был төркөм организмдар үҙҙәрендә үҫемлетәргә лә, хайуандарға ла хас билдәләрҙе берләштерә. Әммә уларҙың үҙҙәренә генә хас билдәләр ҙә бар. Шуға, хәҙерге систематика буйынса бәшмәктәр айырым Батшалыҡҡа бүленгән. Бәшмәктәрҙе өйрәнеүсе фән микология тип атала.

Шулай итеп, эукариоттар (ядролылар) өс батшалыҡҡа бүленәләр:Бәшмәктәр, Үҫемлектәр, Хайуандар.

Бәшмәк күҙәнәктәрендә ядролар бар. Целлюлозанан торған үҫемлектәрҙең күҙәнәктәренең стенкаһынан айырмалы рәүештә, уларҙың күҙәнәк стеналары (диуар) хитиндан тора. Был һәм башҡа айырмалар бәшмәктәрҙе, Eumycota (ысын бәшмәктәр) йәки Eumycetes тип аталған берҙәм зат төркөмөнән барлыҡҡа килеүен күрһәтә. Уларҙың дөйөм ата-бабалары һәм дөйөм монофилетлы төркөмдәре бар.

Уларҙың төп йәшәү рәүеше сапрофитлы: бәшмәк үҙе тирәләй ятҡан үле органик матдәне аҙыҡ урынына ҡуллана һәм шулай итеп уларҙы тарҡата.[1]

Бәшмәктәрҙең дөйөм билдәләре

1. Гетеротрофтар, йәғни әҙер органик матдәләр менән туҡланалар.

2. Күҙәнәк стенкаһы (диуары) хитиндан төҙөлгән.

3. Запас матдәһе — гликоген.

4.Бүлеп сығарыу матдәһе (метаболизм продукты) — һыҡрыҡса(мочевина)

Үҫемлектәр менән уртаҡ билдәләре:

1.Субстратҡа беркетелгәндәр, йәғни әүҙем хәрәкәт итмәйҙәр (бер күҙәнәклеләрҙән башҡалары).

2. Туҡланыу ысулы — осмос, йәғни туҡлыҡлы матдәләрҙе тәненең өҫкө йөҙө аша һуралар.

3. Туҡтауһыҙ үҫәләр, йәғни үҫеү осоро сикләнмәгән.

4. Күҙәнәктәренең тышсаһының тышҡы ҡатлауы — ҡаты стенка (диуар).

Бәшмәктәрҙең үҙҙәренә генә хас билдәләре:

1. Вегетатив тәне булып бәшмәклек (мицелий) хеҙмәт итә.

2.Бәшмәклек (мицелий) гифтарҙан, йәғни оҙон епсәләр фиғылындағы күҙәнәктәр тупланмаһынан төҙөлгән.

3. Споралар ярҙамында, мицелий өлөштәренән йәки енси юл менән үрсейҙәр.

Туҡланыу

Бөтә бәшмәктәр ҙә гетеротрофтар, йәғни әҙер органик матдәләргә мохтаждар.

Әҙер органик матдәләрҙе ҡайҙан алыуҙарына ҡарап, бәшмәктәр төрлө төркөмдәргә бүленәләр:

1. Сапротрофтар — үле органик матдәләр менән туҡланыусылар. Аҙыҡты эшкәртеүҙең тәүге этабы тышҡы мөхиттә бара. Күҙәнәк тышсаһы аша бүленеп сыҡҡан ферменттар субстратты тарҡата. Эреү хәленә килгән тарҡалыу продукттарын тәненең өҫкө йөҙә менән һурып алалар.

2.Паразиттар — тере организмдар тәнендәге матдәләр менән туҡланыусылар(ауырыу тыуҙырыусы патоген бәшмәктәр)

3.Симбионттар — башҡа организмдар менән тығыҙ бәйләнешкә инеп, үҙ-ара файҙалы итеп йәшәү ысулы (мәҫ.микориза)

Репродукция

Бәшмәктәр енси һәм енси булмаған юл менән үрсейҙәр.

Енси булмаған юл өс төрлө ысулдан ғибәрәт

1.Вегетатив ысул. Яңы организмдар бәшмәклек (мицелий) өлөштәренән үҫешә.

2. Митоз ярҙамында барлыҡҡа килгән спораларҙан (спорангийҙарҙа хасил булалар) үҫешеү.

3.Бөрөләнеү ысулы менән үрсеү (сүпрә бәшмәктәре).

Енси юл

Мейоз ярҙамында барлыҡҡа килгән спораларҙан (гаметангийҙарҙа хасил булған гаметалар ҡушылыу юлы менән хасил булалар) үҫешеү.

Симбиоз

Симбиоз бергә йәшәү ысулын аңлата. Ҡайһы бер бәшмәктәр ылымыҡтар менән бергә мүк формаһында килә. Бындай берҙәмлектә, бәшмәк туҡымалары эсендә ылымыҡ күҙәнәктәре йәшәй. Тамамлаусы һөҙөмтә булып яңы, юшҡынға оҡшаш, таштарға һәм башҡа тышҡы йөҙҙәргә йәбешкән тереклек формаһы була. Бөтә бәшмәктәрҙең 20 % тирәһе мүкләнгән (лихенинланған) була.

Башҡа әһәмиәтле симбиоз төрө — микориза. Был осраҡта үҫемлек тамыры эсендә бәшмәк йәшәй; күп ағастар тамырҙарында микориза бар. Был механизм икеһенә лә файҙа килтерә.

Патогендар

 src=
Тырҡыш бәшмәге
үтә ағыулы

Бәшмәктәрҙең ҡайһы берҙәре ауыл хужалығы культураларында төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килтереп кенә ҡалмай, кешеләрҙә лә ҡаты сир тыуҙырыуы мөмкин. Бәшмәктәрҙең бик ағыулылары ла бар, шуға ла уларҙың үҙегеҙ белмәгәндәрен ашау ғына түгел, бөтөнләй йыймағыҙ.

Ҡулланыу

Ашарға яраҡлы бәшмәктәр кешеләр аҙыҡ сифатында киң ҡуллана. Сырҙарҙың ҡайһы бер билдәле төрҙәренә бәшмәк ҡушып әҙерләгән ашамлыҡ үҙенсәлекле була: бәшмәк сырға ҡабатланмаҫ тәм һәм текстура бирә.

Ҡайһы бер бәшмәктәр психотроп (психик) матдәләр эшләп сығарырға һәләтле. Бер нисә төрө, айырыуса, тәнле псилоцибин бәшмәктәре (тылсымлы тәнле бәшмәктәр кеүек әйтелеш аҫтында билдәле), уларҙы галлюциноген үҙенсәлектәре өсөн ҡулланалар. Хәҙерге ваҡытта ҡайһы бер бәшмәктәрҙе антибиотик сығанағы (мәҫәлән, пенициллин) сифатында файҙаланалар, сөнки был үҫемлектәрҙең күбеһе антибиотиктарҙы бактерияларға ҡаршы тәбиғи һаҡланыу сараһы итеп эшләп сығара.

Иҫкәрмәләр

  1. Margulis L. Schwartz K.V. & Dolan M. 1999. Diversity of life: the illustrated guide to the five kingdoms. Jones & Bartlett, Sudbury MA.
licence
cc-by-sa-3.0
droit d’auteur
Wikipedia authors and editors

Бәшмәктәр: Brief Summary ( bachkir )

fourni par wikipedia emerging languages

Бәшмәктәр (лат. Fungi йәки Mycota) — йәнле тәбиғәт батшалыҡтарының береһе. Егерменсе быуат урталарына тиклем бәшмәктәрҙе хлорофилһыҙ үҫемлектәргә индереп, ботаника курсында өйрәнәләр ине. Бәшмәктәр үҫемлектәрҙең айырым бүлеге булып һаналды.

Был төркөм организмдар үҙҙәрендә үҫемлетәргә лә, хайуандарға ла хас билдәләрҙе берләштерә. Әммә уларҙың үҙҙәренә генә хас билдәләр ҙә бар. Шуға, хәҙерге систематика буйынса бәшмәктәр айырым Батшалыҡҡа бүленгән. Бәшмәктәрҙе өйрәнеүсе фән микология тип атала.

Шулай итеп, эукариоттар (ядролылар) өс батшалыҡҡа бүленәләр:Бәшмәктәр, Үҫемлектәр, Хайуандар.

Бәшмәк күҙәнәктәрендә ядролар бар. Целлюлозанан торған үҫемлектәрҙең күҙәнәктәренең стенкаһынан айырмалы рәүештә, уларҙың күҙәнәк стеналары (диуар) хитиндан тора. Был һәм башҡа айырмалар бәшмәктәрҙе, Eumycota (ысын бәшмәктәр) йәки Eumycetes тип аталған берҙәм зат төркөмөнән барлыҡҡа килеүен күрһәтә. Уларҙың дөйөм ата-бабалары һәм дөйөм монофилетлы төркөмдәре бар.

Уларҙың төп йәшәү рәүеше сапрофитлы: бәшмәк үҙе тирәләй ятҡан үле органик матдәне аҙыҡ урынына ҡуллана һәм шулай итеп уларҙы тарҡата.

licence
cc-by-sa-3.0
droit d’auteur
Wikipedia authors and editors