dcsimg

Һары мәтрүшкә ( الباشكيرية )

المقدمة من wikipedia emerging languages

Һары мәтрүшкә (рус. Зверобо́й продыря́вленный, Зверобо́й обыкнове́нный, лат. Hypéricum perforátum) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-100 см. Июндән алып авгусҡа тиклем һары сәскә ата, июнь-сентябрҙә орлоғо өлгөрә.

Таралыуы

Европала Атлантик океандан алып Себер, Монголия, Ҡытайға тиклем таралған. Төньяҡ Африкала осрай. Күсерелгән үҫемлек булараҡ Яңы Зеландия, Япония, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала үҫә. Үҫемлек урман ситендә, туғайҙарҙа, урман яландарҙа үҫә. Башҡортостанда киң таралған, бигерәк тә Көньяҡ Уралда күпләп осрай.

Hypericum perforatum i01.jpg
Һары мәтрүшкә О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация

Дауалау үҙенсәлектәре

Дауаға ярағаны борондан билдәле.

Дарыуға уның япрағы ваҡ ҡына тишеклеһен ҡулланалар. Уның составында дуплау матдәләре, эфир майы, β-ситостерин, тритерпен (сапонин), С витамины , E, флавоноид (гиперозид, рутин), антрахинон, макро- һәм микроэлемент һәм башҡа биологик актив матдәләр, гиперицин буяу матдәһе бар.

Төнәтмәһен, настойкаһын ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын, бауыр һәм үт ҡыуығын дауалағанда ҡулланлар, тамаҡ шешкәндә һарҡынтыһы менән сайҡаталар. Бөйөр, артрит, радикулит булғанда ла ҡулланалар. Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары, балаларҙа диатез булғанда файҙаһы тейә. Үпкә туберкулеҙы булғанда ыңғай йоғонтоһо күҙәтелә. Халыҡ медицинаһында башҡа бик күп сирҙәргә ҡаршы ла файҙаланалар.

Һары мәтрүшкәне башҡа төр дарыуҙар эскәндә бик һаҡ ҡулланырға кәрәк. Беренсе сиратта иммуносупрессанттар менән бер ваҡытта эсеү тыйыла.

Галерея

Әҙәбиәт

  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б. — ISBN 5-295-01499-1
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 904. Hypericum perforatum L. — Зверобой продырявленный // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 559. — ISBN 9-87317-128-9.

Һылтанмалар

ترخيص
cc-by-sa-3.0
حقوق النشر
Wikipedia authors and editors
النص الأصلي
زيارة المصدر
موقع الشريك
wikipedia emerging languages

Һары мәтрүшкә: Brief Summary ( الباشكيرية )

المقدمة من wikipedia emerging languages

Һары мәтрүшкә (рус. Зверобо́й продыря́вленный, Зверобо́й обыкнове́нный, лат. Hypéricum perforátum) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-100 см. Июндән алып авгусҡа тиклем һары сәскә ата, июнь-сентябрҙә орлоғо өлгөрә.

ترخيص
cc-by-sa-3.0
حقوق النشر
Wikipedia authors and editors
النص الأصلي
زيارة المصدر
موقع الشريك
wikipedia emerging languages