dcsimg

Ҡара ҡарға ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ҡара ҡарға

Ҡылыҡһырлама

Ала ҡарғалай. Ғәҙәттә күмәкләшеп йәшәйҙәр. Дөйөм төҫө күкһел ҡара. Оло ҡоштоң суҡышы тирәһе яланғас, бысраҡ аҡ төҫтә. Суҡышы йыуан һәм ҙур. Ала ҡарғанан бөтә кәүҙәһенең ҡара төҫтә булыуы менән айырыла.Ҡарлыҡҡан тауышлы: «ҡрра — ҡрра»

Тереклек итеүе

Һирәк ағаслы урман, ҡәлә һәм ауыл эргәһендәге ағаслыҡтарҙа йәшәйҙәр. Ояһы ағас баштарында була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә, яҙғыһын яңы шытып сыҡҡан иген һәм йәшелсәләрҙе йолҡоп, бер аҙ зыян килтерә.

Туҡланыуы һәм үрсеүе

Төрлә бөжәктәр, сиңерткә,ямғыр селәүсене, үлән үҫентеләре менән туҡлана. Бик киң таралған ҡош. Ояһын ваҡ сыбыҡсаларҙан үреп яһай. Көрән таплы йәшкелт зәңгәр 5-6 йомортҡаһы була.

 src=
ареалдар
C. f. frugilegus:
асыҡ һары ҡыҙыл — күсмә ҡоштарҙың оялауҙары. Уҡтар менән ҡышлау урындары күрһәтелгән;
йәшел — ултыраҡ һәм күсмә ҡоштар;
ҡара зәңгәр — күсмә һәм ултыраҡ ҡоштарҙың ҡышлау урындары;
күк — ҡышлау урындары.
C. f. pastinator:
тоноҡ-һары ҡыҙыл — оялау;
зәңгәр — ҡышлау урындары.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. — 67-се бит
  • Фадеева Е. О. Экология грача (Corvus frugilegus L.) в антропогенных ландшафтах Окско-Донского междуречья. — М.: Товарищество науч. изд. КМК, 2007. — 199 с.

Һылтанмалар

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Ҡара ҡарға: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors