Быуын үләне (рус. Цико́рий обыкнове́нный, лат. Cichorium intybus) — астра сәскәләр (Asteraceae) ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 1,3 м-ға етә. Июнь айынан алып көҙҙөң һуңғы көндәренә тиклем зәңгәр сәскә ата, ә июлдән башлап орлоғо өлгөрә.
Быуын сәскә Евразияның уртаса һәм тропик климат зонаһында үҫә, Скандинавиянан алып Урта диңгеҙгә тиклем, Британ утрауҙарынан Көнсығыш Себер һәм Һиндостанға ҡәҙәр таралған[1] Күсерелгән үҫемлек булараҡ, Көньяҡ Африка, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка, Яңы Зеландияла осрай.
Башҡортостандың барлыҡ райондарындағы туғайҙарҙа, йылға буйҙарында, урман ситтәрендәге ялан-ҡырҙарҙа бар.