Ҡамыш тауығы[15], шулай уҡ һыу[16], йәки һаҙ тауығы[17][18], һирәк лы́ска[19] (лат. Gallinula chloropusGallinula chloropus) — ҙур булмаған, күгәрсен ҙурлығында һыу тауығы ғаиләһенә ҡараған һыуҙа йөҙә торған ҡош, Австралия менән Антарктиданан башҡа бөтә ҡитғаларҙа ла киң таралған. Торғон һәм ағын һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Ғәҙәттә аҫтыртын йәшәү рәүеше алып бара — киң таралыуына ҡарамаҫтан, был ҡошто ҡырағай тәбиғәттә күреүе ҡыйын. Шулай ҙа Европаның халыҡ тығыҙ ултырған райондарында ҡоштар кешенең булыуына өйрәнә. Ҡоштоң фәнни атамаһын латинсанан «йәшел аяҡлы тауыҡ» һымаҡ тәржемә итергә була, был уның йорт тауыҡтарына оҡшашлығына күрһәтә[20].
Ҙур булмаған 27—31 см оҙонлоҡтағы ҡош[21], ҡанаттарының ҡоласы 50—55 см һәм ауырлығы 192—493 г[22]. Муйынында ҡауырһыны һоро-ҡара йәки күкһел сағылыш менән ҡарағусҡыл-һоро, ҡабырғаларында тар аҡ һыҙыҡтар һәм аҡ ҡойроҡ аҫтында ҡара һыҙыҡтар бар. Ҡышын башы һәм арҡаһы еңелсә һиҙелерлек һарғылт-һоро төҫмөрлөк ала, ә ҡорһағы асығыраҡ күренә. Иң мөһим елпеүес ҡанаттары ҡара-һоро. Төләү тамамланғандан һуң күкрәгендәге ҡауырынының һәм ҡорһағының алғы өлөшөнөң остары аҡ төҫ менән тамамлана, шунлыҡтан кәүҙәһенең был өлөшөндә ҡауырһыны бер аҙ сыбар күренә. Оло ҡоштарҙың төләүе йылына ике тапҡыр: ҡышҡылыҡҡы төләү ғинуар— февраль айында ҡышлау ваҡытында үтә, апрель-май айҙарында тамамлана; оялағандан һуңғы төләү июль — октябрь айҙарына тура килә.
Суҡышы сағыштырмаса ҡыҫҡа, өсмөйөш формаһында, асыҡ-һары һәм ҡыҙыл ерлегендә йәки йәшкелт аҙағында. Маңлайында асыҡ-ҡыҙыл тире табы бар, ул суҡышының дауамы һымаҡ күренә. Күҙҙең төҫлө шекәрәһе ҡарығыу осоронда ҡарағусҡыл-ҡыҙыл, ә башҡа ваҡытта ҡыҙыл-һоро. Аяҡтары батҡыл ярҙарҙа йөрөү өсөн яраҡлаштырылған— оҙон һәм көслө, тырнаҡтары оҙон һәм еңелсә бөгөлгән бармаҡтар менән; сирағында ҡыҙыл дүңгәләк менән йәшкелт-һары төҫтә. Башҡа һыуҙа йөҙә торған ҡоштарға хас бармаҡтары араһында ярылары бөтөнләй юҡ тиерлек. Инә һәм ата ҡош бер-береһенән тышҡы ҡиәфәттәре менән әллә ни айырылмай — ата ҡош бер аҙ ҙурыраҡ, ә инә ҡоштоң ҡорһаҡ өлөшө асығыраҡ төҫтә.
Йәш ҡоштар бер аҙ айырыла—уларҙың һорғолт эйәге, тамағы һәм күкрәге менән ҡауырһыны аҡһыл-һоро төҫтә. Уларҙың да ҡойроҡ аҫты аҡ һәм ҡабырғаларында аҡ һыҙыҡтар бар, әммә маңлайҙарында ҡыҙыл тире тап юҡ, ә суҡышы һары менән тамамланып һоро төҫтә. Йәш ҡоштарҙың тормошоноң тәүге йылында оялау осоро август аҙағына—сентябрь башына тулыһынса тамамлана.
Ҡамыш тауығы ғәҙәттә шым ҡош, әммә көслө һәм киҫкен тауыш сығарыуға һәләтле. Улар араһында бер аҙ һайыҫҡан сырҡылдауына оҡшаш — «кик-ик-ик» йәки «крррук» һәмаҡ әҙ йышлыҡ менән сырылдауҙы ишетергә була. Икенсе өнө бер ижекле, әммә шулай уҡ яңғырауыҡлы һәм ҡиҫкен — «киик» йәки «киррк». Һағайған ҡош шым ғына «курр» тигән тауыш сығара. Осошта йәки яҙ көнө төнгө ваҡытта ҡамыш тауыҡтары тиҙ темпта «крек-крек-крек» тип ҡытҡылдайҙар[23][24].
Ҡош югереп китмәйенсә осоп китә; ҡанаттары менән йыш елпеп, шәп һәм тура оса. Осошта муйынын алға һәм еңелсә өҫкә, шул уҡ ваҡытта аяҡтарын артҡа һуҙа. Вертикаль тиерлек ергә төшә, йыш ҡына туранан-тура ҡыуаҡлыҡтарҙың ботаҡтарына ултыра. Йыш ҡына шырлыҡтар араһына инеп, ҡуйы ботаҡтар араһында етеҙ йөрөй. Ҡашҡабаштарҙан айырмалы рәүештә ҡамыш тауыҡтары һыу менән тығыҙ бәйле түгел, ваҡыттарының күп өлөшөн ҡоро ерҙә, яр буйы әрәмәлектәрендә үткәрә. Еңелсә алға эйелеп, һәм яртылаш бөгөлгән аяҡтарында ерҙә тиҙ һәм етеҙ йөрөй. Ҡайһы саҡта ҡошто һыуҙың ситендә баҫып торғанын күрергә була. Һыуҙа йөҙөү өсөн үҙенсәлекле ярылары булмауына ҡарамаҫтан, ҡамыш тауығы бик яҡшы йөҙә: яй ғына һыутәңкәләр һәм башҡа һыу үҫемлектәре араһында, йыш ҡына хәрәкәтенең юнәлешен үҙгәртә һәм ҡайһы саҡта урынында киҫкен боролош яһай[25][26]. Һыуҙа башын һәм сағыштырмаса оҙон ҡойроғон даими һикертә, был уның һәм башҡа төр ҡамыш тауыҡтарының, шулай уҡ ҡашҡабаштарҙың үҙенсәлекле һыҙаты булып тора. Сума һалып бармай, күберәк тик хәүеф янағанда ғына; һыу аҫтында һыу төбө үҫемлектәренә йәбешеп тора. Аҙыҡ эҙләп, башын һыуға сумдыра.
Ҡамыш тауытары Иҫке һәм Яңы Донъяла киң таралған
Европала, Альптың бейек таулы райондарынан, төньяҡ киңлектең 66° төньяҡтараҡ Скандинавия ярымутрауынан һәм Рәсәйҙең төньяғынан тыш, бөтә ерҙә лә тиелек оя ҡора. Рәсәй Федерацияһында ареалдың төньяҡ сиге 60° төньяҡ киңлектә — Карел муйыны, Новгород, Рыбинск һыуһаҡлағысынан төньяҡтараҡ Вологда өлкәһе, Татарстан, Башҡортостан, Омск өлкәһе һәм Алтай крайы аша үтә. Ҡош шулай уҡ Алыҫ Көнсығышта, Приморье крайында[13], Сахалин һәм көньяҡ Курил утрауҙарында осрай[14]. Азияла ҡош шулай уҡ Һиндостанда һәм Филиппинға тиклем көньяҡ-көнсығышта таралған, әммә Урта һәм Үҙәк Азияның дала һәм ҡоро ерҙәрендә, шулай уҡ Көнбайыш Себерҙә юҡ. Африкала ҡошто ҡитғаның көньяғында ғына, Мадагаскарҙа, Конгоның көнбайышында һәм Алжирҙа осратырға мөмкин. Төньяҡ Америкала ҡош көньяҡта һәм АҠШ-тың көнсығышында, шулай уҡ Мексикала оялай. Ҡамыш тауыҡтары шулай уҡ Үҙәк Америкала, Кариб диңгеҙе утрауҙарында һәм Бразилиянан алып Аргентина һәм Перуға тиклем Көньяҡ Америкала киң таралған
Йәшәү урыны тәбиғи йәки ҡамыш, күрән, башҡа һыу яны үләндәре үҫкән ярҙары менән яһалма сөсө һыу ятҡылыҡтары менән бәйле. Һыуҙа тәлмәрйен тәңкәһе үҫкән ярҙарға һәм әрәмәлектәргә өҫтөнлөк бирә[12]. Ҡағиҙә булараҡ, үҙен бик йәшерен тота — көндөҙ яр буйҙарындағы әрәмәлектәрҙә була, эңер төшкәс кенә асыҡ һыу өҫтөнә килеп сыға.
Ареалдың ҙур өлөшөндә ҡамыш тауығы ултыраҡ йәшәү рәүеше алып бара, һәм тик төньяҡта ғына өлөшләтә йәки тулыһынса күсмә ҡош була. Билдәле булыуынса, Европала миграцияға әүәҫлек көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай арта: элекке СССР илдәрендә һәм Финляндияла бөтә ҡоштар ҙа күсә, Скандинавияла, Польшала һәм төньяҡ Германияла ҡышлауға әҙ процент ҡала, ә Көнбайыш Европала ҡоштар башлыса ултыраҡ йәшәй. Төньяҡ Европаның күсер ҡоштары ҡышын Британия утрауҙарына, Пиреней ярымутрауына, Италия, Балҡан тауҙары һәм Төньяҡ Африкаға етеп, көнбайышҡа йәки көньяҡ-көнбайышҡа күсә. Үҙәк һәм Көнсығыш Европа популяцияһының миграцияһы төньяҡтан көньяҡҡа йәки төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа юнәлеш ала [27] Көнбайыш Себер ҡоштары Каспий диңгеҙе яры буйҙарына, Урта Азия көньяғына, Ираҡ, Иран, Афғанстан һәм Яҡын Көнсығыш илдәренә күсә. Ҡамыш тауыҡтарының айырым ҡышлау урындары Африкала Сахаранан көньяҡҡа, Сенегалда, Чадтың көньяғында, Гамбияла, Малила, Суданда һәм Нигерияның төньяғында күҙәтелгән; әммә был урында ҡоштарҙың оялауы өйрәнелмәгән[27].
Америка территорияһында ҡамыш тауығы Мексика ҡултығы ярҙарынан һәм Флориданан төньяҡҡа күсә.
Күсенгән осраҡта оялау урынына апрель-май айҙарында осоп килә, Август баштарында осоп китә[26]. Яҙғы осош ваҡытында ҡоштар күп осраҡта парлашып (бик һирәк яңғыҙ), ҙур бейеклектә һәм төндә оса. Көҙгө осоштары түбәнерәк бейеклектә, башта пар менән йәки яңғыҙ, ә һуңынан 10 ҡошҡа тиклем өйкөм менән оса[23].
Ҡамыш тауығы пары бер нисә йыл һаҡлана. Үрсеү миҙгеле ултыраҡ һәм күсмә ҡоштар айырыла — бер территорияла даими йәшәгән осраҡта ул йыл әйләнәһенә, ә күсмә ҡоштарҙың тик миграция мәлендә йылы ваҡытта була[28][29]. Миграция осоронда ҡоштар оялау урынына һуң ғына, боҙ иреп бөткәс осоп килә, парҙар ҡышлау урынында уҡ барлыҡҡа килә. Оялау өсөн үлән баҫҡан ҙур булмаған һыу ятҡылығын — урман күлен, бәләкәй һаҙлыҡты йәки тын ғына йылғаны һайлай. Шул уҡ ваҡытта парҙар башҡа ҡоштар менән күршелектән ҡаса — көтөлмәгән ҡунаҡтан ҡамыш тауыҡтары оялау территорияһын агрессив һаҡлай. Ҙур булмаған һыу ятҡылығында, ғәҙәттә, бер пар оялай, ә ҙур һыу ятҡылыҡтарында улар бер нисә пар булырға мөмкин. Күрше оялар араһы 25 м кәм түгел, ә үҙенең оялау территорияһы диаметрҙа 8 м тирәһе тәшкил итә.
Оя һыу ятҡылығы араһында ҙур булмаған ҡалҡыулыҡта йәки һыуҙан ҡалҡып торған түңгәк өҫтөндә, һыуға батҡан ағас ботаҡтарында, ҡамыш, екән әрәмәлектәрендә, һыу эргәһендә ҡыуаҡлыҡтарҙа урынлаша. Әгәр яр буйында ҡуйы үҫемлектәр булһа, оя ерҙә лә урынлашырға мөмкин[26][28]. Оя өсөн материал сифатында бер төрлө төҙөлөш материалдары — йәнәшәлә үҫкән үҫемлектәрҙең — ҡамыш, ҡуһа, екән, күрән, лотос, томбойоҡ һ. б. ҡоро япраҡтары һәм һабаҡтары ҡулланыла . Төҙөлөш менән ата ҡош та, инә ҡош та шөғөлләнә, әммә ҡашҡабаштарҙан айырмалы рәүештә бурыстар бүленеше айырыла — оя төбөн эшләүҙе ата ҡош башҡара, инә ҡош улаҡты түшәү менән шөғөлләнә[23]. Америка тикшеренеүселәре билдәләгәнсә, оя өсөн төҙөлөш материалдары йыйыуҙа ата ҡош күберәк шөғөлләнә[30] Дөйөм алғанда, ояның диаметры 21-25, бейеклеге 15 см булған шыма һәм тәрән генә улаҡ барлыҡҡа килә[26].
Ғәҙәттә ике миҙгелдә йомортҡа һала — Рәсәйҙә беренсе тапҡыр йомортҡа һалыу апрель аҙағында-май башында, ә икенсеһе июнь-июль айҙарында. Һәр һалыуы 24 сәғәт интервал менән 3-15 йомортҡанан (ғәҙәттә 5-9) тора[22][31]. Йомортҡа күләме 38-50×23-34 мм, асыҡ-һары, тут йәки һары төҫтә, ваҡ һоро төрткөләр һәм эре көрән-һоро таптар менән[32].Әгәр тәүге йомортҡалар ниндәй ҙә булһа сәбәп менән юғалһа, инә ҡоштар ҡабат йомортҡа һалыуға һәләтле. Инкубация осоро 17-22 көн тәшкил итә; ата-әсәләре икеһе йомортҡаларҙы баҫып сығара, әммә инә ҡош ояла күберәк ултыра. Моронлап сыҡҡан ҡошсоҡтар йәшкелт-һары төҫмөрлөк менән оҙон ҡара йөн менән ҡапланған. Башындағы йөнө бик һирәк. Ҡош балалары бик иртә йөҙә башлай, әммә тәүге аҙна ярым-ике аҙнала үҙаллы аҙыҡ табыуға һәләтле булмайҙар—был осраҡта уларға ата һәм инә ҡош ярҙам итә. 42—70 көндән һуң тулыһынса ҡанаттары нығына, әммә ата-әсәһе икенсе йомортҡа һалыу менән мәшғүл булғансы әле улар үҙаллы булмайҙар[8]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, беренсе оя балалары ҡабаттан йомортҡа баҫып сығарыуҙа ҡатнашалар һәм бәләкәй туғандарын туҡландырыуға ярҙам итәләр[23]. Йәш ҡоштарҙың енси өлгөргәнлеге киләһе йылдан башлана.
Ҡамыш тауығының рационы күп төрлө, тупаҫ аҙыҡтарҙы ла, үҫемлек аҙыҡтарҙы ла үҙ эсенә ала. Һыуға сумып та аҙыҡ таба, ә ҡорола үлән орлоҡтарын, ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың емешен сүпләй. Шулай уҡ түбәндән осҡан бөжәктәрҙе тота. Һыу йәки һыу яны үҫемлектәре (ҡамыш, күрән, томбойоҡлолар һ.б.), ылымыҡтар, башаҡлылар, ярым ҡыуаҡлыҡтарҙың еләктәре (миләш, һырғанаҡ, гөлйемеш, пирус), умыртҡаһыҙ хайуандар (бөжәктәр, ҡарышлауыҡтар, үрмәксе һымаҡтар, ямғыр селәүсендәре), моллюскылар һәм сүмесбаштар менән туҡлана.
Европала ҡамыш тауыҡтары өсөн иң хәүефлеләре булып ябай Һар, ҡара һәм һоро ҡарға, һайыҫҡан, һоро селән, һаҙ ҡамышҡараһы, филин, америка шәшкеһе, төлкөләр тора[10][23]. Бынан тыш, ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡамыш тауыҡтарын сикләүсе фактор булып ҡомаҡ, бесәйҙәр, эттәр һәм мангуста тора.
Ҡамыш тауығы һәүәҫкәр һәм спорт Һунарының объекты булып тора[33], һаҙ-болон кейек ҡошона ҡарай, Рәсәйҙә уларға һунар йәйге-көҙгө осорҙа асыла (август—ноябрь)[34]. Аҫтыртын йәшәү рәүеше һәм күп булмауы сәбәпле, йыш ҡына өйрәктәргә һунар иткәндә юл ыңғайы атып алалар. Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 333.3-сө статьяһына ярашлы бер тапҡыр бирелә торған лицензия нигеҙендә тауыҡ ҡошона атыу рөхсәт ителә[35].
Ҡамыш тауығы, шулай уҡ һыу, йәки һаҙ тауығы, һирәк лы́ска (лат. Gallinula chloropusGallinula chloropus) — ҙур булмаған, күгәрсен ҙурлығында һыу тауығы ғаиләһенә ҡараған һыуҙа йөҙә торған ҡош, Австралия менән Антарктиданан башҡа бөтә ҡитғаларҙа ла киң таралған. Торғон һәм ағын һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Ғәҙәттә аҫтыртын йәшәү рәүеше алып бара — киң таралыуына ҡарамаҫтан, был ҡошто ҡырағай тәбиғәттә күреүе ҡыйын. Шулай ҙа Европаның халыҡ тығыҙ ултырған райондарында ҡоштар кешенең булыуына өйрәнә. Ҡоштоң фәнни атамаһын латинсанан «йәшел аяҡлы тауыҡ» һымаҡ тәржемә итергә була, был уның йорт тауыҡтарына оҡшашлығына күрһәтә.