dcsimg

Ҡара барҡылдаҡ ( 巴什基爾語 )

由wikipedia emerging languages提供

Ҡара барҡылдаҡ, ҡара турғай (рус. Черный дрозд)(лат. Turdus merula)— турғай һымактар отрядендәге ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Яңғыҙ һәм күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ата ҡоштоң ҡауырһындары тигеҙ ҡа¬ра төҫтә. Суҡышы, күҙ ҡабаҡтары сағыу һарғылт ҡыҙыл. Инә ҡоштоң дөйөм төҫө көрәнһыу һоро. Аҡ төҫтәге та¬мағында, түшенең өҫкә өлөшөндә буй һорғолт һыҙыҡтар бар. Башҡа барҡылдаҡтарҙан ҡара төҫө менән айырыла.

Тауышы

Тауышы киҫкен: «шыҡ-шыҡ» йәки. «тиррә-шыҡ-шыҡ». һай¬рауы моңло һыҙғырыуҙан тора.

Йәшәү рәүеше

Урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө еләк, үлән һәм ағас орлоҡтары, бө¬жәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ағас-4 тарҙа, ҡыуаҡтарҙа, ерҙә оялай. Ерәнһыу көрән таплы 5—6 бөртөк йәшкелт зәңгәр йомортҡаһы була.

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
許可
cc-by-sa-3.0
版權
Wikipedia authors and editors
原始內容
參訪來源
合作夥伴網站
wikipedia emerging languages

Ҡара барҡылдаҡ: Brief Summary ( 巴什基爾語 )

由wikipedia emerging languages提供

Ҡара барҡылдаҡ, ҡара турғай (рус. Черный дрозд)(лат. Turdus merula)— турғай һымактар отрядендәге ҡош.

許可
cc-by-sa-3.0
版權
Wikipedia authors and editors
原始內容
參訪來源
合作夥伴網站
wikipedia emerging languages