Ат борсағы (рус. Эспарцет)(лат. Onobrýchis) — ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған ырыу. Көньяҡ Европала, Көнбайыш Азияла һәм Төньяҡ Африкала тәбиғи шарттарҙа 150-ләп биологик төрө осрай. Йәшәү формалары: үләндәр, ваҡ ҡыуаҡтар йәки ярым ҡыуаҡтар. Һабаҡтары сәнскәкле була.
Синонимдары: Dendrobrychis (DC.) Galushko, Xanthobrychis Galushko
Башҡа телдәрҙәге атамалары: ингл. Sainfoin, груз. ესპარცეტი, исп. Onobrychis, кат. Trepadella, ҡыт. 紅豆草, лит. Esparcetas, нем. Esparsetten, нидерл. Esparcette, порт. Sanfeno, төр. Adi korunga, франц. Sainfoin, эспер. Onobriko
Япраҡтары — ишһеҙ ҡыйғас ҡатмарлы япраҡтар. Һап төбөндә япраҡ ярылары урынлашҡан. Өҫтәге төп япраҡса ҡайһы саҡ сәнскәккә әүерелә.
Сәскәләре көл төҫөндә, алһыу, аҡһыл йәки һарғылт. Улар ҡуйын тәлгәштәренә йәки башаҡҡа йыйылған.
Емеше ярым шар һымаҡ, ҡытыршы тышлы, ҡайһы берҙәрендә ҡусҡар рәүешендә. Тышы ҡаты, ҡалын. Тиҙ генә асылмай. Эсендә бер йәки ике орлоғо була.