Ҡараған (лат. Cotoneáster) — сәнскеһеҙ ҡыуаҡтар ырыуынан, роза һымаҡтар (Rosaceae) ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Африканың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә.
Япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡ: һыңар сәскәле ҡараған — тәпәш үҫемлек, бейеклеге 0,5 м тиклем, бүре емеше — йәйенке сатырлы, кейеҙ-йөнтәҫ үренделе үҫемлек, бейеклеге 2 м тиклем. Япрағы ябай, киң йомортҡа йәки эллипс формаһында, бөтөн ситле, осо осло йәки тупаҡ, уйымлы. Сәскәһе ваҡ, йәшкелт аҡ йәки алһыу төҫтә, тәлгәш йәки ҡалҡан рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Май—июндә сәскә ата. Емеше еләк рәүешле, һарғылт ҡыҙыл йәки ҡара төҫтә, осонда 2—5 төш сығып тора, авг.—сент. өлгөрә.
Ҡараған (лат. Cotoneáster) — сәнскеһеҙ ҡыуаҡтар ырыуынан, роза һымаҡтар (Rosaceae) ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.