dcsimg

Мәрйенгүҙ ( Bashkir )

fornì da wikipedia emerging languages
 src=
Aythya nyroca

Мәрйенгүҙ, аҡкүҙ сумғыс, һыргүҙ, мәрйенкәй өйрәк, (рус. Белоглазый нырок, лат. Aythya nyroca — йорт өйрәгенән бәләкәйерәк ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Парлашып йәки күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ата өйрәктең башы, түше, муйыны, ҡабырғаларының өҫ яғы ерәнһыу, көрән. Ҡанаттары, һырты, ҡойроғо ҡара-көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Инә ҡоштоң төҫө тоноғораҡ, ҡорһаҡ яғы һоро. Күҙҙәре аҡ, мәрйен һымаҡ күренә. Сөрәгәйҙәрҙән аҡ көҙгөһө һәм аҡ күҙе менән айырыла.

Тауышы

Тауышы тупаҫ: «ҡрраҡ-ҡрраҡ».

Йәшәү рәүеше

Ситтәре үлән һәм ҡамыш менән ҡапланған, үҫемлектәргә бай йылға-күлдәрҙә йә¬шәй. Үлән, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре ашай. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ояһы ерҙә. 7—11 бөртөк һарғылт аҡ йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.

Әҙәбиәт

  • Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 32. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0
  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө,1986 йыл. ИБ 3478 28.693.35 И 90
licensa
cc-by-sa-3.0
drit d'autor
Wikipedia authors and editors

Мәрйенгүҙ: Brief Summary ( Bashkir )

fornì da wikipedia emerging languages
 src= Aythya nyroca

Мәрйенгүҙ, аҡкүҙ сумғыс, һыргүҙ, мәрйенкәй өйрәк, (рус. Белоглазый нырок, лат. Aythya nyroca — йорт өйрәгенән бәләкәйерәк ҡош.

licensa
cc-by-sa-3.0
drit d'autor
Wikipedia authors and editors