dcsimg

Үрмәкселәр ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Үрмәкселәр – (үрмәкес лат. Araneae, Aranei) — быуынтығаяҡлылар тибының үрмәксе һымаҡтар класына ҡараусы отряд булып тора.

Үрмәкселәрҙе өйрәнеүсе фән Арахнология тип атала.

 src=
Үрмәкес ауы

Үрмәкселәрҙең ҙурлығы 0,8 мм-ҙан 12 см-ға тиклем етә. Төҫтәре, йыш ҡына, үҙе йәшәгән мөхит төҫөндә була. Үрмәкселәрҙең ау сөйәлдере һәм биҙҙәре була. Үрмәксе ауы һүнар итеү урыны, йомортҡаларға кокон эшләү урыны, йәш үрмәкселәрҙе таратыу, йәшеренеү һәм ҡышлау урыны булып тора. Үрмәкселәр араһында бер урында йәшәүсе һәм күсеп йөрөүсө төрҙәр бар. Үрмәкселәр төрлө бөжәктәр, ямғыр селәүсендәре, ҡусҡарҙар, кәҫәрткеләр, тәлмәйендәр, сысҡандар, ҡоштар, сүмесбаштар, ваҡ балыҡтар менән туҡлана.

Аш һеңдереү системаһы. Үрмәкселәрҙә аш һеңдереү организмдан ситтә башҡарылыуы менән ҡыҙыҡлы. Ауға ҡорбан эләккәс, үрмәксе ҡорбан тәненә ағыулы биҙҙәрҙән секретын индерә. Ағыулы биҙҙәр секреты бер үк ваҡытты аш һеңдереү һуты булып та тора. Бер аҙ ваҡыттан үрмәксе эшкәртелгән шыйыҡ аҙыҡты һурып ала.

Һулыш алыу системаһы. Үпкә тоҡсайҙары һәм трахеяларҙа башҡарыла.

Үрсеүе. Үрмәслеләр айырым енесле. Тышҡы аталандырыусы һәм эске аталандарыусы төрҙәре билделе. Аталандырылмайынса үрсеүсе төрҙәре лә билдәле. Инә зат аталандырылмаған йомортҡа һала, уларҙан тик инә үрмәкселәр генә үҫешә. Ҡушылғандан һуң ата зат ҡасып өлгөрмәһә, инә зат уны ашай.

Әҙәбиәт

  • Ажеганова Н. С. Краткий определитель пауков (Aranei) лесной и лесостепной зоны СССР — Л., 1968. — 150 б.
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Үрмәкселәр: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Үрмәкселәр – (үрмәкес лат. Araneae, Aranei) — быуынтығаяҡлылар тибының үрмәксе һымаҡтар класына ҡараусы отряд булып тора.

Үрмәкселәрҙе өйрәнеүсе фән Арахнология тип атала.

 src= Үрмәкес ауы