dcsimg
Image of Locust Borer
Creatures » » Animal »

Arthropods

Arthropoda

Быуынтығаяҡлылар ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Быуынтығаяҡлылар (рус. Членистоногие, лат. Arthropoda, бор. грек. ἄρθρον,sesy һәм πούς, ποδός) — кәүҙәләре бүлкәттәргә (сегменттар) бүленгән, ә аяҡтары (ослоҡтары) айырым-айырым быуынтыҡтарҙан торған умыртҡаһыҙ хайуандар тибы.

Төп үҙенсәлектәре:

  • хитинлы кутикуланан торған тышҡы һөлдә,
  • тәндәре төҙөлөштәре бер төрлө булмаған (гетероном) бүлкәттәрҙән — сегменттарҙан тора,
  • үҙ-ара һәм тән менән хәрәкәтсән тоташҡан быуынтыҡтарҙан торған ослоҡтары булыуы.

Был тип 1,5 млн тирәһе төрҙө берләштерә. Бер нисә классты берләштерә. Мәҫәлән: ҡыҫала һымаҡтар, үрмәксе һымаҡтар, бөжәктәр һ. б.

Ҡылыҡһырлама

  1. Ике яҡлы симметриялы хайуандар.
  2. Өс ҡатлы хайуандар, йәғни тәндәре өс яралғы япрағынан: эктодерма, мезодерма һәм энтодерманан барлыҡҡа килгән.
  3. Беренсел ауыҙлылар, йәғни ауыҙҙары яралғының беренсел эсәгендәге тишемдән — бластопорҙан хасил була.
  4. Тәндәре төҙөлөштәре бер төрлө булмаған (гетероном) бүлкәттәрҙән — сегменттарҙан тора.
  5. Сегменттар берләшеп, тән өлөштәрен: баш, күкрәк һәм ҡорһаҡты барлыҡҡа килтерәләр.
  6. Үҙ-ара һәм тән менән хәрәкәтсән тоташҡан быуынтыҡтарҙан торған ослоҡтары бар. Был уларға ҡатмарлы хәрәкәттәр яһарға мөмкинлек бирә.
  7. Ослоҡтарҙың функциялары күп төрлө: хәрәкәт ағзалары булып хеҙмәт итәләр; һиҙеү ағзалары булып торалар; ауыҙ аппаратына инәләр; һаҡланыу һәм һөжүм итеү ағзалары булып торалар.
  8. Тәндәре тышҡы һөлдә — хитиндан торған кутикула ҡапланған. Был тышҡы япма еңел, ҡаты, ныҡ, һыу үткәрмәй. Зарарланыуҙан, йәрәхәтләнеүҙән, дошмандарынан һәм кибеүҙән һаҡлай.
  9. Мускулдары айырым шәлкемдәрҙән торған арҡыры-һыҙатлы мускул туҡымаһынан төҙөлгән. Был уларға ҙур тиҙлектә бик күп төрлө ҡатмарлы хәрәкәттәр яһарға мөмкинлек бирә.
  10. Тән ҡыуышлығы ҡатнаш, йәғни уны барлыҡҡа килтереүҙә мезодерма менән энтодерма ҡатнашҡан.
  11. Аш һеңдереү каналы төрлө функциялар үтәүсе бик күп бүлектәргә махсуслашҡан (дифференцация). Ауыҙ өлөшөн барлыҡҡа килтереүҙә үҙгәргән (махсуслашҡан) ослоҡтар ҡатнаша.
  12. Ҡан тамырҙар системаһы йомоҡ түгел, йәғни ҡаны тамырҙарынан тән ҡыуышлығына сыға. Клапанлы парлы тишектәре булған, моҡсай формаһындағы мускуллы ағзалары — йөрәктәре бар.
  13. Мөхиттең бөтә төрҙәрендә лә, һыуҙа, тупраҡта, ҡоро ерҙә һәм организмдар тәнендә тереклек итеүгә яраҡлашҡан хайуандар.

Беренсе быуынтыҡаяҡлылар боронғо иң ябай төҙөлөшлө күп төклө селәүсендәрҙән килеп сыҡҡандар.

Һылтанмалар

.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Быуынтығаяҡлылар: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Быуынтығаяҡлылар (рус. Членистоногие, лат. Arthropoda, бор. грек. ἄρθρον — ,sesy һәм πούς, ποδός) — кәүҙәләре бүлкәттәргә (сегменттар) бүленгән, ә аяҡтары (ослоҡтары) айырым-айырым быуынтыҡтарҙан торған умыртҡаһыҙ хайуандар тибы.

Төп үҙенсәлектәре:

хитинлы кутикуланан торған тышҡы һөлдә, тәндәре төҙөлөштәре бер төрлө булмаған (гетероном) бүлкәттәрҙән — сегменттарҙан тора, үҙ-ара һәм тән менән хәрәкәтсән тоташҡан быуынтыҡтарҙан торған ослоҡтары булыуы.

Был тип 1,5 млн тирәһе төрҙө берләштерә. Бер нисә классты берләштерә. Мәҫәлән: ҡыҫала һымаҡтар, үрмәксе һымаҡтар, бөжәктәр һ. б.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors