Арпа (лат. Hórdeum) — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үләнсел үҫемлек; Орлоғо ярма, һыра һәм мал аҙығы әҙерләүгә тотонола торған оҙон ҡылсыҡлы ашлыҡ һәм уның орлоғо[1]. Кешелек эшкәртеп үҫтергән боронғо культураларҙың береһе.
Ҡарабуған (ячмень обыкновенный) (Hordeum vulgare) L. төрө киң таралған, ҡалған төрҙәре һирәк осрай йәи ҡарағай үҫә. Арпа бойҙайы аҙыҡ-түлек, мал аҙығы өсөн үҫтерелә. Арпа оно икмәк бешереү сәнәғетендә бойҙай һәм арыш онона өҫтәмә балараҡ ҡуллыныла. Техник маҡсатта һыра, арпа ярамаһы етештереү өсөн ҡулланыла. Аҡһым, крахмалға бай булғаны өсөн мал аҙығы булараҡ файҙаланыла. Рәсәйҙә мал аҙығы булараҡ 70 % арпа бойҙайы ҡулланыла.
Арпа иртә өлгөрөүсе һабан һәм ужым культураһы. Тамыр системаһы суҡлы, башлыса, һөрөлгән ҡатламда тарала, айырым осраҡта 1 м-ға етеүе мөмкин. Бейеклеге 130—135 см. Һабағы ҡыуыш эсле һалам. Сәскәһе — ҡатмарлы башаҡ. Емеше — ҡабыҡлы, йәки яланғас һары төҫтәге орлоҡтар.
Арпа — бөртөклөләр араһында иң тиҙ өлгөрә торған культура, шуға күрә уны Йыраҡ Көньяҡта һәм бейек тауҙарҙа үҫтерергә мөмкин. Арпаның ике төрө: ике рәтле арпа (H. distichon) һәм ябай (дүрт-рәтле) арпа (H. vulgare) сәселә. Беренсе төрҙөң һәр төркөмөндә уртансы башаҡсыҡ ҡына уңдырышлы, ҡалғандары редукциялашҡан. Икенсе төрҙөң барлыҡ башаҡсыҡтарында ла бөртөксөләр барлыҡҡа килә. Үҙенән һеркәләнеүсе үҫемлек. Арпа бөртөгөнән он, ярҙырмаған һәм ярҙырған арпа ярмаһы яһайҙар, кофе суррогаты әҙерләйҙәр. Орлоғонан һыра ҡайнатканда сосла алалар. Арпа шулай ук мөһим мал аҙығы.
Оҙон ҡылсыҡлы арпа (H. jubatum) — декоратив үҫемлек.
Ҡарабуған (ячмень обыкновенный) (Hordeum vulgare) L. төрө киң таралған, ҡалған төрҙәре һирәк осрай йәи ҡарағай үҫә. Арпа бойҙайы аҙыҡ-түлек, мал аҙығы өсөн үҫтерелә. Арпа оно икмәк бешереү сәнәғетендә бойҙай һәм арыш онона өҫтәмә балараҡ ҡуллыныла. Техник маҡсатта һыра, арпа ярамаһы етештереү өсөн ҡулланыла. Аҡһым, крахмалға бай булғаны өсөн мал аҙығы булараҡ файҙаланыла. Рәсәйҙә мал аҙығы булараҡ 70 % арпа бойҙайы ҡулланыла.
Арпа бөртөктәре (Hordeum vulgare).Арпа иртә өлгөрөүсе һабан һәм ужым культураһы. Тамыр системаһы суҡлы, башлыса, һөрөлгән ҡатламда тарала, айырым осраҡта 1 м-ға етеүе мөмкин. Бейеклеге 130—135 см. Һабағы ҡыуыш эсле һалам. Сәскәһе — ҡатмарлы башаҡ. Емеше — ҡабыҡлы, йәки яланғас һары төҫтәге орлоҡтар.