dcsimg

Баклажан ( bachkir )

fourni par wikipedia emerging languages

Баклажан, йәки Эт ҡарағаты (лат. Solánum melongéna) — эт ҡарағаты ырыуынан күп йыллыҡ үлән үҫемлектәр төрө. Бер йыллыҡ үҫемлек булараҡ эшкәртелә. Тик емеше ашарға яраҡлы. Ботаник мәғәнәлә ул — еләк, кулинарияла йәшелсә булараҡ ҡаралған. Шулай уҡ бадриджан (һирәк бубриджан) атамалары менән дә билдәле.

Килеп сығышы

Ҡырағай хәлдә баклажан Урта Көнсығышты, Көньяҡ Азияла һәм Һиндостанда үҫә. Ул ерҙәрҙә хәҙерге ваҡытта ла был төрҙөң ҡырағай боронғо ырыуҙарын осратырға мөмкин. Баклажанды 1500 йыл элек үк инде тап ошо яҡтарҙа культуралаштыра башлағандар. Был турала боронғ санкрит яҙмалары бәйән итә. Был йәшелсәне ғәрәптәр IX быуаттарҙа Африкаға алып ҡайтҡан һәм таратҡан. Ә европалылар йәшелсә менән XV быуатта ғына танышҡан. Тик уны йәшелсә булараҡ XIX быуатта ғына үҫтерә башлағандар.

Биологик яҙма

Баклажан — 40-тан алып 150 см-ғаса үҫкән үлән үҫемлек. Япраҡтары эре, сиратлашҡан, сәнскеле - ҡытыршы, ҡайһы бер сорттары шәмәхә төҫөндә.Сәскәләре ике енесле, төҫө шәмәхә, диаметры 2,5—5 см; сәскәләре берәмләп йәки сәскәлек менән — ярым сатыр формаһында, 2- 7 сәскә. Июлдән сентябргәсә сәскә ата.

Баклажан емеше бик эре еләк. Формалары төрлөсә: түңәрәк, груша йәки цилиндр формаһында. Емешенең тышы ялтырауыҡлы йәки ялтырауыҡһыҙ. Диаметры 20 см, оҙонлоғо 70 см-ғаса етә. Ауырлығы — 0,4—1 кг-ғаса. Өлгөргән емештәренең төҫө йәшкелт-һоро йәки һарғылт көрән. Тулыһынса өлгөрөп еткән емештәр тәмһеҙләнә һәм ҡата. Шуға ла уны өлгөрөп етмәҫ борон ҡулланырға кәрәк. Өлгөрөп етмәгән емештәренең төҫө асыҡ алһыу-күк йәки тоноҡ зәңгәр-күк (шәмәхә). Орлоҡтары ваҡ ҡына, яҫы, асыҡ көрән; август — октябрҙә өлгөрә.

Үҫтереү

 src=
Баклажандың сәскә атҡан ваҡыты

Субтропик һәм уртаса климат зоналарҙа баклажан бер йыллыҡ үҫемлек булараҡ күсереп ултыртыу (рассадалар) ысулы менән игелә. Рәсәй Федерацияһының көньяҡ төбәктәрендә - Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында, Ростов, Волгоград,Әстерхан өлкәләрендә, Себерҙең көньяғында асыҡ ергә сәсеп үҫтерелә.

Баклажан - үҫтереү шарттарына үтә талапсан үҫемлектәрҙең береһе. Ул һауа температураһының тирбәлеүҙәренә үтә һиҙгер: уның түбәнәйеүе йәки үтә ныҡ күтәрелеүе сәскә бөрөләренең, сәскәләренең һәм тумалған емештәренең ҡойолоуына килтерә. Үҫемлектең яҡшы үҫеүенә һауа температураһының — +25…+28 °C; емештәренең өлгөрөү осоронда тупраҡтың оптималь дымлылығы 80 % булыу шарт. Орлоҡтар +15 градус йылылыҡта шытмай. Һауа температураһы кире йәки түбәнерәк булып та оҙаҡҡа һуҙылһа, үҫемлек һулый. Баклажан шулай уҡ яҡтылыҡҡа ла үтә талапсан. Тамырҙарының зарарланыуына бирешеүсән. Шуға күрә күсереп ултыртыуҙы ауыр кисерә. Болотло көрдәрҙә һәм аралары ҡуйы булһа, үҫеүе тотҡарлана, ваҡ емештәр барлыҡҡа килә. Уны ужым бойҙайы, ҡыяр,һуған, ҡуҙаҡлы күльтуралар һәм кәбеҫтә үҫкән урындарға ултырталар. Тәрбиәләү тупраҡты йомшартыуҙан, сүп үләндәренән утауҙан, һыу һибеүҙән, ашлауҙан, ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлауҙан тора.

Баклажандың иң төп ҡоротҡостары колорадо ҡуңыҙы һәм үрмәксе ауы талпаны. Ауырыуҙары - ҡоро сереү, фитофтора һәм вилт.

Сорттары

Баклажан селекционерҙар тарафынан төрлө формаларҙа, ҙурлыҡтарҙа һәм төҫтәрҙә уйлап сығарылған. Алыҫ көнсығышта ваҡ һәм төҫлө формалары киң таралыш алған. Формалары төрлөсә осрай: цилиндрға оҡшағандар, груша һымаҡтар, түп түңәрәктәр. Һәлмәклектәре лә төрлөсә - 30 грамдан алып, 2 кг-са.Төҫтәре тик күк йәки шәмәхә генә була ала. "Аҡ йомортҡа" сорты емештәренең формаһы һәм төҫө менән ысынтылап та тауыҡ йомортҡаһын хәтерләтә. Шуға ла ул сортты халыҡ телендә Англияла тағы ла пасха йомортҡалары тип йөрөтәләр. "Алтын йомотҡа" сорты оваль һәм һары төҫтә. Улар тиҙ өлгөрөүсәнлеге, һәлмәклеге һәм емештәренең күп булыуы менән айырыла. Тайлылар ваҡ емешле асыҡ шәмәхә төҫлөләренә өҫтөнлөк бирә. Рәсәйҙә күберәген тоноҡ шәмәхә төҫөндәге, урта размерҙағы сорттар баһалана.

Eggplant White.jpg
Gaziantep 1250671.jpg
Valencia market - aubergines.jpg
Starr 080610-8271 Solanum melongena.jpg
Starr 070207-4280 Solanum melongena.jpg
Баклажандың төрлө төҫтәге һәм формалағы сорттары емештәре

Химик составы

Баклажандың емеше түбәндәгесә:

  • ҡоро матдәләр 7,1—11 %,
  • шәкәр 2,72—4 %,
  • аҡһымдар 0,6—1,4 %,
  • майҙар 0,1—0,4 %,

шулай уҡ тоҙҙар, кальций, калий, фосфор, тимер, каротин һәм ҙур кимәлдә В төркөмөндәге витаминдар бар. Йәшелсә шулай уҡ клетчаткаға(күҙәнәкле туҡыма) бик бай. Баклажанда шулай уҡ полифенолдар, шул иҫәптән хлороген кислотаһы бар. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан файҙалы. Шәкәр диабеты, яман шеш һәм сихут (туберкулёз) ауырыуҙарының аҙыуын тотҡарлай. [2].

Иҫкәртмәләр

  1. Solanum melongena на сайте The Plant List
  2. Елена Клещенко Синенькие // Кот Шрёдингера. — 2017. — № 9—10. — С. 126—127.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Ҡалып:Овощные культуры

licence
cc-by-sa-3.0
droit d’auteur
Wikipedia authors and editors

Баклажан: Brief Summary ( bachkir )

fourni par wikipedia emerging languages

Баклажан, йәки Эт ҡарағаты (лат. Solánum melongéna) — эт ҡарағаты ырыуынан күп йыллыҡ үлән үҫемлектәр төрө. Бер йыллыҡ үҫемлек булараҡ эшкәртелә. Тик емеше ашарға яраҡлы. Ботаник мәғәнәлә ул — еләк, кулинарияла йәшелсә булараҡ ҡаралған. Шулай уҡ бадриджан (һирәк бубриджан) атамалары менән дә билдәле.

licence
cc-by-sa-3.0
droit d’auteur
Wikipedia authors and editors