dcsimg

Ҡамҡалар ( baškiiri )

tarjonnut wikipedia emerging languages
 src=
Уртансы стадиялағы балағорто
 src=
Йомортҡалар

Ҡамҡалар, Күскәнтәй[1] (лат. Coccinellidae) — кокцинеллидалар (Coccinellidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе.

Ҡылыҡһырлама

4 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралғандар. Башҡортостан Республикаһында 26 төрө: ике нөктәле ҡамҡа, ете нөктәле ҡамҡа, ун дүрт нөктәле ҡамҡа, егерме ике нөктәле ҡамҡа, үҙгәреүсән ҡамҡа һ.б. Кәүҙәһе өҫ яҡтан ҡабарынҡы, аҫ яҡтан ялпаҡ, оҙонлоғо 4—7 мм. Төҫө сағыу (ҡыҙыл, һары һәм аҡ төҫтәрҙең берләшмәһе). Өҫкө ҡанаты ваҡ ҡара таплы. Башы бәләкәй, алғы күкрәгенә инеп тора. Аяғы 4 быуынтыҡлы. Йомортҡалары сағыу һары, япраҡтарҙың аҫ яғына һала. Балағорттары шыртлы, сөйәлле, ҡыҙғылт‑һары таплы ҡара төҫтә, үҫемлектәрҙә асыҡ рәүештә йәшәйҙәр. Ҡурсаҡтары ҡыҙыл. Япраҡтың аҫҡы яғында ҡурсаҡланалар. Йәш ҡуңыҙҙар ҡурсаҡланыуҙан һуң 1—2 аҙнанан күренә башлай.

Классификация

Башҡортостан Республикаһы шарттарында миҙгел эсендә 1—2 быуын үҫә. Ҡуңыҙҙар ағас ҡайырылары аҫтында, ағас ҡыуышында, урман түшәмәһе аҫтында, ҡайһы берҙә ҡаралты ярыҡтарында ҡышлай. Көндөҙ әүҙем. Күпселек бөжәк ашаусы умыртҡалылар өсөн ашарға яраҡһыҙ. Ҡамҡалар һәм уларҙың балағорттары һурнастар, аҡ ҡанатлы көйәләр, үрмәксе ауы талпандары, гөбләләр,күбәләктәрҙең, япраҡ ҡуңыҙҙарының, ҡандалаларҙың йомортҡалары һәм балағорттары һ.б. менән туҡлана. Урманда, далала, болонда йәшәй; республиканың бөтә биләмәһе буйлап таралған. Ҡамҡалар ауыл хужалығын һәм урман культураларын биологик һаҡлау өсөн ҡулланалар.

Галерея

  1. Мифологический словарь башкирского языка (Ф.Г.Хисамитдинова, 2010)
lisenssi
cc-by-sa-3.0
tekijänoikeus
Wikipedia authors and editors
alkuperäinen
käy lähteessä
kumppanisivusto
wikipedia emerging languages

Ҡамҡалар: Brief Summary ( baškiiri )

tarjonnut wikipedia emerging languages
 src= Уртансы стадиялағы балағорто  src= Йомортҡалар

Ҡамҡалар, Күскәнтәй (лат. Coccinellidae) — кокцинеллидалар (Coccinellidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе.

lisenssi
cc-by-sa-3.0
tekijänoikeus
Wikipedia authors and editors
alkuperäinen
käy lähteessä
kumppanisivusto
wikipedia emerging languages