dcsimg

Айыу-күбәләк ( الباشكيرية )

المقدمة من wikipedia emerging languages

Айыу-күбәләктәр[1] (лат. Arctiidae, (рус. Медведицы ) — Тәңкә ҡанатлылар ғаиләһендәге төн күбәләктәре. 7 меңдән артыҡ төрө билдәле, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә 50-ләп төрө осорай. Күбеһенсә асыҡ һәм сыбар төҫтәге күбәләктәр, ҡайһы берҙәренән тыш, уртаса ҙурлыҡтағы йыуан кәүҙәле булалар. Түше йыш ҡына асыҡ төҫтә, күренеп торған тимгелдәре һәм һыҙыҡтары бар. Ата заттарның мыйыҡтары тарак һымаҡ, хортумсыгы ҡыҫҡа. Күбәләк ҡорттары ҡуйы төк менән ҡапланған, күбеһенсә үләнсел үҫемлектәр менән туҡланалар. Күбәләктәр кис һәм төндә актив, һирәк төрҙәре көндөҙ оса, мәсәлән, ҡанлы айыу-күбәләк. Кайя айыу-күбәләге (Arctia coja L.) төннә утҡа осоп килә; йыш ҡына болын айыу-күбәләге (Diacrisia sannio L.) һәм баҡа япрағы айыу-күбәләге (Parasemia plantaginis L.) — дымлы болондарҙа йәшәйҙәр. Күп төрҙәре һирәгәйә бара.

Ауыл айыу-күбәләге (Epicallia villica L.), ҡанаттарының йәйеме 50-60 мм. Алғы ҡанаттары ҡара төҫтә, аҡ таптары бар, арттағылары һары төҫтә, ҡара таплы. Май-июнь-июль айҙарында оса, күбәләк ҡорттары ҡара төҫтә, баштары ҡыҙыл, баҡа япрағы, кесерткән һ.б. үләнсел үҫемлектәрҙә йәшәйҙәр.

Айыу-күбәләк Герның (Caallimorpha quadripunctaria P.) ҡанат йәйеме 50—55 мм, алғы ҡанаттары ҡара төҫтә, ҡыйғас аҡ һыҙыҡлары бар, арттағы ҡанаты ҡыҙыл төҫтә, ҡара төрткеләре бар, июль-августта көндөҙ лә оса, күбәләк ҡорттары ҡара йәки һоро төҫтә, арҡаһында һары йәки ҡыҙғылт-һары һыҙығы һәм як-яғында ҡыҙғылт-һары һөялле һары һыҙыҡтары бар, баҡа япрағы, тукранбаш, ҡарағат һ.б. үҫемлектәрҙә йәшәйҙәр

Хужабикә айыу-аюкүбәләк (Pericallia matronula L.), ҡанат йәйеме 70—80 мм, ҡуйы көрән төҫтә, июнь-июльдә оса, ш.у. аюкүбәләк Геба (Ammobiota hebe L.), бикә аюкүбәләк (Panaxia dominula L.), ҡыҙыл таплы аюкүбәләк (Utetheisa pulchella L.) һәм һары аюкүбәләк (Arctia flavia) бар.

Ас (Mustela erminea), йыртҡыстар отряды һыуһарҙар ғаиләһенән имеҙеүсе хайуан. Европала, Азияла һәм Төньяк Америкала киң таралған. Кәүҙәһе һуҙынҡы, һығылыусан, оҙонлоғо 17—32 см, ҡойроғоноң оҙонлоғо 6—12 см, ауырлығы 200 г. Йәйен тиреһе көрән-һарғылт төҫтә, ҡышын — аҡ, ҡойроҡ осо ҡара йәки ҡоңғорт-ҡара. Ағастарғга яҡшы мена һәм яҡшы йөҙә. Ояларын өндәрҙә, ҡыуыштарҙа, ағас тамырҙары аҫтында яһай. Төнөн актив йәшәү рәүеше алып бара. Төп аҙығы — сысҡан һымаҡ кимереүселәр, ҡоштар, кәлтәләр. Аҫтар — моногамднар, йылға бер тапҡыр үрсейҙәр. Ҡушылыу ваҡыты яҙ йәки йәй башында. Балалары (уртаса 7-9 бала) киләһе йылдың яҙында тыуа. Ҡиммәтле тире бирә торған йәнлек.

Иҫкәрмәләр

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)

Сығанаҡ

ترخيص
cc-by-sa-3.0
حقوق النشر
Wikipedia authors and editors
النص الأصلي
زيارة المصدر
موقع الشريك
wikipedia emerging languages

Айыу-күбәләк: Brief Summary ( الباشكيرية )

المقدمة من wikipedia emerging languages

Айыу-күбәләктәр (лат. Arctiidae, (рус. Медведицы ) — Тәңкә ҡанатлылар ғаиләһендәге төн күбәләктәре. 7 меңдән артыҡ төрө билдәле, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә 50-ләп төрө осорай. Күбеһенсә асыҡ һәм сыбар төҫтәге күбәләктәр, ҡайһы берҙәренән тыш, уртаса ҙурлыҡтағы йыуан кәүҙәле булалар. Түше йыш ҡына асыҡ төҫтә, күренеп торған тимгелдәре һәм һыҙыҡтары бар. Ата заттарның мыйыҡтары тарак һымаҡ, хортумсыгы ҡыҫҡа. Күбәләк ҡорттары ҡуйы төк менән ҡапланған, күбеһенсә үләнсел үҫемлектәр менән туҡланалар. Күбәләктәр кис һәм төндә актив, һирәк төрҙәре көндөҙ оса, мәсәлән, ҡанлы айыу-күбәләк. Кайя айыу-күбәләге (Arctia coja L.) төннә утҡа осоп килә; йыш ҡына болын айыу-күбәләге (Diacrisia sannio L.) һәм баҡа япрағы айыу-күбәләге (Parasemia plantaginis L.) — дымлы болондарҙа йәшәйҙәр. Күп төрҙәре һирәгәйә бара.

Ауыл айыу-күбәләге (Epicallia villica L.), ҡанаттарының йәйеме 50-60 мм. Алғы ҡанаттары ҡара төҫтә, аҡ таптары бар, арттағылары һары төҫтә, ҡара таплы. Май-июнь-июль айҙарында оса, күбәләк ҡорттары ҡара төҫтә, баштары ҡыҙыл, баҡа япрағы, кесерткән һ.б. үләнсел үҫемлектәрҙә йәшәйҙәр.

Айыу-күбәләк Герның (Caallimorpha quadripunctaria P.) ҡанат йәйеме 50—55 мм, алғы ҡанаттары ҡара төҫтә, ҡыйғас аҡ һыҙыҡлары бар, арттағы ҡанаты ҡыҙыл төҫтә, ҡара төрткеләре бар, июль-августта көндөҙ лә оса, күбәләк ҡорттары ҡара йәки һоро төҫтә, арҡаһында һары йәки ҡыҙғылт-һары һыҙығы һәм як-яғында ҡыҙғылт-һары һөялле һары һыҙыҡтары бар, баҡа япрағы, тукранбаш, ҡарағат һ.б. үҫемлектәрҙә йәшәйҙәр

Хужабикә айыу-аюкүбәләк (Pericallia matronula L.), ҡанат йәйеме 70—80 мм, ҡуйы көрән төҫтә, июнь-июльдә оса, ш.у. аюкүбәләк Геба (Ammobiota hebe L.), бикә аюкүбәләк (Panaxia dominula L.), ҡыҙыл таплы аюкүбәләк (Utetheisa pulchella L.) һәм һары аюкүбәләк (Arctia flavia) бар.

Ас (Mustela erminea), йыртҡыстар отряды һыуһарҙар ғаиләһенән имеҙеүсе хайуан. Европала, Азияла һәм Төньяк Америкала киң таралған. Кәүҙәһе һуҙынҡы, һығылыусан, оҙонлоғо 17—32 см, ҡойроғоноң оҙонлоғо 6—12 см, ауырлығы 200 г. Йәйен тиреһе көрән-һарғылт төҫтә, ҡышын — аҡ, ҡойроҡ осо ҡара йәки ҡоңғорт-ҡара. Ағастарғга яҡшы мена һәм яҡшы йөҙә. Ояларын өндәрҙә, ҡыуыштарҙа, ағас тамырҙары аҫтында яһай. Төнөн актив йәшәү рәүеше алып бара. Төп аҙығы — сысҡан һымаҡ кимереүселәр, ҡоштар, кәлтәләр. Аҫтар — моногамднар, йылға бер тапҡыр үрсейҙәр. Ҡушылыу ваҡыты яҙ йәки йәй башында. Балалары (уртаса 7-9 бала) киләһе йылдың яҙында тыуа. Ҡиммәтле тире бирә торған йәнлек.

 src=

Ауыл айыу-күбәләге (Pericallia matronula L.)

 src=

Хужабикә айыу-күбәләге (Epicallia villica L.)

 src=

Геб айыу-күбәләге (Ammobiota hebe L.)

 src=

Ҡарышлауығы

ترخيص
cc-by-sa-3.0
حقوق النشر
Wikipedia authors and editors
النص الأصلي
زيارة المصدر
موقع الشريك
wikipedia emerging languages