dcsimg

Бер үркәсле дөйә ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Бер үркәсле дөйә (лат. Camelus dromedarius), йәки дромеда́р (дромаде́р), йәки ғәрәбиәнһөтимәрҙәр төрө , дөйәләр (Camelidae)ғаиләһе вәкилдәренең береһе, сүлдә һәм далала йәшәүсе хайуан.

Борон иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡырағай дромадер көтөүҙәре Төньяҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыш сүлдәрендә күсенеп йөрөгән, әммә беҙҙең көндәрҙә эйәләштерелгән хайуандарҙы ғына осратырға мөмкин. Күп кенә төбәктәрҙә дромедар хәҙерге донъяла киң таралған. Хәҙерге заманда Азия һәм Африканың күп кенә төбәктәрендә дромедар киң таралған , уларҙы һыбай йөрөгәндә йәки йөк ташығанда файҙаланалар.

Ике үркәсле бактриандан айырмалы, дромедарҙың ҡырағай төрҙәре һаҡланмаған. Австралияла[7] ғына XIX XX быуаттарҙа килтерелгән, әммә ҡырағайланған дромадерҙарҙың тоҡомдары осрай.

Атамаһы

 src=
Дөйә

«Дромадер» атамаһы грекса δρομάς («юртыусы») һүҙенән барлыҡҡа килгән. «Ғәрәбиән» тигәне иһә Ғәрәбстанда был малды эйәләштергән халыҡ исеменән алынған.

Тышҡы билдәләре

Дөйөм тасуирлама

Бактриандан айырмалы рәүештә, дромедар - бер үркәсле генә һәм кәүҙәһе унан күпкә бәләкәй: уларҙың оҙонлоғо 2,3 метрҙан 3,4 м тиклем тәшкил итә, бейеклеге түбәһенән алғанда 1,8 - ҙән 2,3 метрға етә. Ауырлығы — 300-ҙән 700 кг-ға тиклем тиклем тәшкил итә. Ҡойроғо сағыштырмаса ҡыҫҡа, 50 см самаһы. Дромадер төҙөк кәүҙәле, аяғы оҙон, ә төҫө көлһыу -һары. Муйыны оҙон, башы оҙонса. Өҫкө ирене икегә бүленгән. Танау тишеге тар ғына, кәрәк сағында яба ала. Керпеге оҙон. табанында, тәнендә күп һанда һөйәлдәре була. Тояҡ урынына ике бармаҡты ҡаплаған мендәр кеүек һөйәл. Ашҡаҙаны - бер нисә бүлкәтле, ҡатлансыҡлы.

 src=
Егелгән дромедарҙың башы.

Ҡоро климатҡа яраҡлашыуы

Дромадер организмы һыуҙы күп юғалтмауға яраҡлашҡан. Йөн япмаһы ныҡ тығыҙ, тир биҙҙәре әҙ, шуға күрә тәненән һыу күп сыҡмай. Ул эҫелек 40 градусҡа еткәндә генә тирләй башлай. хайуандар ғына потеть-эҫелек, эшсәнлеге. Тән температураһы төндә ныҡ төшә, көндөҙ яй күтәрелә, был да ныҡ һыуһыҙланмаҫҡа мөмкинлек бирә.

Дромадер бер нисә аҙна, ә йөк аҫылмаған булһа бер нисә ай һыуһыҙ түҙә ала. Дөйә тәнендәге һыуҙы 40 процент күләмендә юғалта ала, әммә бик тиҙ компенсация яһай, ул 10 минут эсендә 1 гектолитр (100 литр) һыу эсеп бөтөргә һәләтле. Дромадер рационының нигеҙен ҡоро, йыш ҡына сәнскеле үҫемлек тәшкил итә.

Үркәсендә майзапасы бар, ул организмға яйлап энергия биреп тора. Һыуҙы дөйә үркәсендә түгел, ә ашҡаҙанында һаҡлай. Дөйәнең бөйөрө һыуҙы бик ентекле һаҡлай, һейҙеге ныҡ концентрациялы, ә тиҙәге ҡоп-ҡоро булып сыға.

Ҡоролоҡ мәлендә дөйә үҙ ауырлығының 25 процентына тиклем юғалта, әммә тере ҡала.

Эҫегә яҡшы яраҡлашһа ла, дромадер һыуыҡтарҙы ауыр кисерә, сөнки йөнө ҡыҫҡа һәм бактриандыҡынан һирәк.

Туҡланыуы

Барлыҡ дөйәләр кеүек үк, бер үркәсле дөйә лә үҫемлек менән туҡлана. Сәнскеле, тоҙло төрҙәрен дә ашай.Сәйнәп тә тормай тиерлек йота. Көйшәүсе хайуандар затынан булмаһа ла, ашҡаҙаны эшмәкәрлеге уларҙыҡына оҡшаған һәм эшкәртеүсе биҙҙәре бик күп.

 src=
Дөйә бутаһын имеҙә, Сахара сүле.

Үрсеүе

Дөйәләр ҡыш, ямғырҙар ваҡытында парлаша. Инә дөйә толҡаһын 360 - 440 көн йөрөтә,ҡағиҙә булараҡ, ул бер бута (бала) килтерә. Инәһе балаһын бер-ике йыл янында йөрөтә, ярты йыллап имеҙә. Ике йылдан ул яңынан ҡасып, быуаҙайыуы мөмкин.

Енси өлгөрөш - орғасыларҙа 3 йыл, иркәктәрҙә - 4-6 йыл. Дөйәләр 40 - 50 йыл йәшәй.

Дөйә менән ламаны яһалма ҡасырып, кама тигән гибрид үрсетәләр.

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 1,2 Integrated Taxonomic Information System — 2004.
  2. 2,0 2,1 2,2 Mammal Species of the World — 2005.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 (not translated to ru) Wörterbuch der Säugetiernamen, Dictionary of Mammal Names — 2015. — С. 28. — ISBN 978-3-662-46269-0doi:10.1007/978-3-662-46270-6
  4. Longevity of Mammals in Captivity; from the Living Collections of the World — 1 — 2005.
  5. Grzimeks Enzyklopädie: Säugetiere — 1 — M: Kindler Verlag, 1988. — Vol. 5. — S. 110. — 648 с.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Kohler-Rollefson I. U. Camelus dromedarius // Mamm. SpeciesAmerican Society of Mammalogists, 1991. — Iss. 375. — P. 1–8. — ISSN 0076-3519; 1545-1410doi:10.2307/3504297
  7. Australia, home to the world's largest camel herd - BBC News

Әҙәбиәт

  • Ronald M. Nowak: Walker’s Mammals of the World. Johns Hopkins University Press, 1999 ISBN 0-8018-5789-9

Һылтанмалар

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Бер үркәсле дөйә: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Бер үркәсле дөйә (лат. Camelus dromedarius), йәки дромеда́р (дромаде́р), йәки ғәрәбиән — һөтимәрҙәр төрө , дөйәләр (Camelidae)ғаиләһе вәкилдәренең береһе, сүлдә һәм далала йәшәүсе хайуан.

Борон иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡырағай дромадер көтөүҙәре Төньяҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыш сүлдәрендә күсенеп йөрөгән, әммә беҙҙең көндәрҙә эйәләштерелгән хайуандарҙы ғына осратырға мөмкин. Күп кенә төбәктәрҙә дромедар хәҙерге донъяла киң таралған. Хәҙерге заманда Азия һәм Африканың күп кенә төбәктәрендә дромедар киң таралған , уларҙы һыбай йөрөгәндә йәки йөк ташығанда файҙаланалар.

Ике үркәсле бактриандан айырмалы, дромедарҙың ҡырағай төрҙәре һаҡланмаған. Австралияла ғына XIX XX быуаттарҙа килтерелгән, әммә ҡырағайланған дромадерҙарҙың тоҡомдары осрай.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors