Йырсы барҡылдаҡ Һайраусы барҡылдаҡ (урыҫ. певчий дрозд).
Ҙурлығы сыйырсыҡтай. Яңғыҙ.ҙа, күмәкләшеп тә йөрөйҙәр, һырты тигеҙ көрәнһыу һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы буй-буй таптар менән сыбарланған аҡ төҫтә. Сыбар барҡылдаҡтан бәләкәйерәк булыуы менән айырыла.
Тауышы киҫкен тел шартлатҡан һымаҡ йәки: «тсии». Көслө генә сутылдап һайрай: Уны: «Сафураҡай, Сафураҡай (йәки Шәгүрәкәй, Шәгүрәкәй), көйләй-көйләй сәй ҡой, сәй ҡой», — тигәнгә оҡшаталар.
Урмандарҙа йә шәй. Төрлө еләк, ағас һәм үлән орлоҡтары, бөжәктәр ме¬нән туҡлана- Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ағастарҙа оялай. Ҡара таплы 4—5 бөртөк зәңгәр төҫтәге йомортҡа¬һы була.
Йырсы барҡылдаҡ Һайраусы барҡылдаҡ (урыҫ. певчий дрозд).