dcsimg
اسم غير محسوم

Crustacea

Ҡыҫала ( الباشكيرية )

المقدمة من wikipedia emerging languages

Ҡыҫала (лат. Crustacea, рус. Ракообразные) — быуынтығаҡлылар тибының ҡыҫалалар класына ҡараған хайуан. Хитиндан торған тышҡы һөлдәһе булған, айғолаҡтар менән һулыш алыусы, йөҙгөс ҡойроҡло, ҡыҫҡыс аяҡлы йән эйәһе[1].

Ҡыҫалаларҙы зоологияның карцинология бүлеге өйрәнә.

Төҙөлөшө

Размерҙары — 150—300 мкм-нан алып (паразит тантулокаридтар) 80 см оҙонлоҡа ҡәҙәре (аяҡ йәйеме — 2 метрғаса).Ауырлыҡтары10 кг, ә гигант тасмания крабы (Pseudocarcinus gigas) — 14 кг-ғаса. Тәне күп һанлы сигменттарҙан(бүлкәттәрҙәҙ) тора. Ҡыҫала һымаҡтар башҡа быуынтыҡ аяҡлыларҙан ике пар башындағы мыйыҡтары менән айырыла. Улар һиҙеү ағзалары.

Йәшәү рәүеше

Ҡыҫала һымаҡтар, башлыса, һыуҙа йәшәйҙәр. амфибиотик һәм ҡоро ерҙә йәшәүселәре лә бар. Улар араһында айырым йәшәүселәр һәм паразит рәүешендә йәшәүселәр ҙә бар.

Үрсеүе

Ҡыҫала һымаҡтар төрлөсә үрсейҙәр. Улар, ғәҙәттә, айырым енеслеләр. Араларында гермоафродиттарҙа бар.

Халыҡ хужалығында

Ҡыҫала һымаҡтар – кәсепселектең төп тармаҡтарының береһе. Креветкала, крабтар, лангустар һәм башҡа төрҙәр ҡиммәтле делектик аҙыҡтарҙан һанала. Балыҡ үрсетеү заводтарында ҡыҫала һымаҡтарҙан ем эшләйҙәр. Ҡыҫала һымаҡтар биологик һыу таҙартыу яғынан моһим роль уйнайҙар. Уларҙың ҡайһы берҙәре биофильтр һәм детритофаг төркөмдәрен тәшкил итә.

Ҡарағыҙ

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
ترخيص
cc-by-sa-3.0
حقوق النشر
Wikipedia authors and editors
النص الأصلي
زيارة المصدر
موقع الشريك
wikipedia emerging languages

Ҡыҫала: Brief Summary ( الباشكيرية )

المقدمة من wikipedia emerging languages

Ҡыҫала (лат. Crustacea, рус. Ракообразные) — быуынтығаҡлылар тибының ҡыҫалалар класына ҡараған хайуан. Хитиндан торған тышҡы һөлдәһе булған, айғолаҡтар менән һулыш алыусы, йөҙгөс ҡойроҡло, ҡыҫҡыс аяҡлы йән эйәһе.

Ҡыҫалаларҙы зоологияның карцинология бүлеге өйрәнә.

ترخيص
cc-by-sa-3.0
حقوق النشر
Wikipedia authors and editors
النص الأصلي
زيارة المصدر
موقع الشريك
wikipedia emerging languages