dcsimg

Ҡабыҡ ҡуңыҙҙары ( الباشكيرية )

المقدمة من wikipedia emerging languages

Ҡабыҡ ҡуңғыҙҙары, сколитидтар (Scolytidae) — ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе.

Ҡылыҡһырлама

Кәүҙәһе цилиндр формаһында, оҙонлоғо 0,9—9 мм, ҡара, ҡыҙғылт ҡуңыр йәки көрән төҫтә. Өҫкө ҡанат остарында инә ҡорт юлдарынан быраулау онон сығарып ташлау өсөн хеҙмәт иткән тештәр м‑н ҡаймаланған батынҡылыҡтар бар. Башы ҙур, маңлайы ҡабарынҡы, яҫы йәки батынҡы. Арҡаһының алғы өлөшө төрткөлө һәм түмһәләкле, төк менән ҡапланған, ян-яғы йомро. Мыйығы 4 быуынтыҡлы, ҡыҫҡа, бөгөмлө, суҡмар формаһында. Аяғы бәләкәй, нескә, киртләсле.

Үрсеүе

Йомортҡаларын өйкөмләп ағас ҡабығына һала. Балағорттары аҡ төҫтә, һирәк төк менән ҡапланған, аяҡһыҙ, асыҡ көрән төҫтәге ҡаты башлы һәм көслө яңаҡ һөйәкле. Ағас ҡабығы аҫтында, һирәгерәк үҙағаста үҫешәләр. Ҡурсаҡтары аҡ төҫтә. Миҙгел эсендә 1—2 быуын үҫә. Оло бөжәк һәм ҡарышлауығы ҡышлай. Көндөҙ, ҡайһы бер төрҙәре эңерҙә әүҙем. Үҫемлек туҡымалары менән туҡлана. Урманда ағас ҡабығы аҫтында һәм үҙағаста (юлдар һала), ҡайһы берҙәре үлән һабаҡтарында тереклек итә. Урман, ҡайһы бер мал аҙығы үҫемлектәре (клевер) ҡоротҡосо, ағастарҙың бәшмәк ауырыуҙарын тарата. Яҡынса 6000 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортост анда 20‑гә яҡын төрө бар: ос ҡабығы ҡорто, парһыҙ ҡабыҡ ҡуңғыҙы, типограф ҡабыҡ ҡуңғыҙы. һ.б.

 src=
Балағорто Coccotrypes dactyliperda

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

ترخيص
cc-by-sa-3.0
حقوق النشر
Wikipedia authors and editors
النص الأصلي
زيارة المصدر
موقع الشريك
wikipedia emerging languages

Ҡабыҡ ҡуңыҙҙары: Brief Summary ( الباشكيرية )

المقدمة من wikipedia emerging languages

Ҡабыҡ ҡуңғыҙҙары, сколитидтар (Scolytidae) — ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе.

ترخيص
cc-by-sa-3.0
حقوق النشر
Wikipedia authors and editors
النص الأصلي
زيارة المصدر
موقع الشريك
wikipedia emerging languages