dcsimg

Айлостера ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Айлостеракактустар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Нәҫелдә 14-кә яҡын төр бар.

Бүлмә гөлдәре тотоусыларға был гөл бик таныш. Үҫтереү шарттарына талымһыҙ, бәләкәй генә бүлмә гөлө (кактус). Һабағының диаметры − 3-5 см, 1-3 урта сәскәһе була. Сәскәһе сағыу ҡыҙыл, ә оҙонлоғо 15 см-ға етә.

Һыу һибеү ҡыш көнө бик аҙ талап ителһә, йәй көнө уртаса кимәлдә һибелә. Һауа температураһына талабы йәйен 21-22° булһа, ҡышын 18° тирәһе була, тик түбән төшөрөү ярамай.

Йәй көнө баҡсаға сығарырға ла була, ҡояшлы урындарҙы ла үҙ итә.

Айына бер тапҡыр кактустарға тәғәйенләнгән комплекслы ашлама менән ашларға кәрәк. Ул орлоҡ аша ла үрсей, әммә өлөштәрен алып та үрсетәләр. Ултыртыу өсөн уға ике өлөш кәҫле, бер өлөш серетмә, бер өлөш ҡомло тупраҡтан торған ер әҙерләйҙәр.

Һалҡын урында ул сәскә атып бармай.

Рәсемдәр

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Айлостера: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Айлостера — кактустар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Нәҫелдә 14-кә яҡын төр бар.