Шаҡылдаҡ (урыҫ. луговой чекан).
Турғайҙан бер аҙ бәләкәйерәк була. Яңғыҙ йәки пар¬лашып йөрөйҙәр. Ғәҙәттә, үлән һабағында йәки ҡыуаҡ Өҫтөндә ултыра. Һырты аҡ һипкелле ҡара-көрән, күҙҙәре аша ҡара-көрән һыҙыҡ үтә. Яурындарыңдағы һыҙыҡса, ҡойроҡ өҫтө һәм ҡорһағы аҡ. Түше һарғылт ерән. Инә ҡоштарҙың төҫтәре тоноғораҡ. Ҡарабаш шаҡылдаҡтан көрән башы, аҡ ҡаштары, ерән тамағы менән айырыла.
Тауышы көслө генә: «тси-шаҡ-шаҡ». Сырылдап һайрай
һирәк ҡыуаҡлы болонлоҡтарҙа йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә оялай, һар-ғылт ерән таплы 5—6 бөртөк йәшкелт зәңгәр төҫтәге йо¬мортҡаһы була.
Шаҡылдаҡ (урыҫ. луговой чекан).