Балан (лат. Viburnum) — айыу баланы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Япрағы ҡойолоусан, тармаҡлы ҡыуаҡ йәки бәләкәй ағас, бейеклеге 2—5 м. Ҡайырыһы буй ярыҡтары булған һоро‑ҡуңыр төҫтә. Үрендеһе яланғас, көлһыу аҡ төҫтә, шыма, ҡайһы ваҡыт ҡырлы. Япрағы ябай, сите эре киртләсле 3—5 айырсалы, аҫтан төклө, һаплы, ҡапма‑ҡаршы. Сәскәһе аҡ, ситтәгеләре — эре, йәйенке, стериль; урталағылары — ваҡ, ҡыҫҡа ҡыңғыраулы, ике енесле; сәскәлеге — сатыр һымаҡ һепертке. Май—июндә сәскә ата. Емеше һарғылт ҡыҙыл, төшлө, август—сентябрҙә өлгөрә. Урманда, йылғаның һыубаҫар туғайҙарында, күл ярҙарында, һаҙлыҡ ситтәрендә үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған.
Декоратив, дарыу үҫемлеге. Составында витаминдар, дуплау матдәләре, органик кислоталар, шәкәр, микроэлементтар булған емеше, аҙыҡ булараҡ, яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш ҡулланыла, ҡоштар өсөн аҙыҡ.
Яҡынса 200 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Төньяҡ ярымшар киңлектәрендә урта бүлкәттә Андтарҙа, бер аҙ Антиль утрауҙарында һәм Мадагаскарҙа ла осрай. Башҡортостанда ябай балан үҫә. Балан ҡыуағы йылға күл буйҙарында, урман ситтәрендә үҫә.Республикабыҙҙың бар райондарында ла осрай. Ағиҙел, Дим, Ҡариҙел ярҙарында күберәк күҙәтелә Күпселек төрҙәре күләгәле урындарҙы ла үҙ итә. Һыуға талымһыҙ Орлоҡтан, ботаҡтарҙан үрсей.
Балан (лат. Viburnum) — айыу баланы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.