dcsimg
<i>Sylvia communis</i> resmi
Çözülmemiş ad

Sylvia communis

Һоро килейек ( Başkurtça )

wikipedia emerging languages tarafından sağlandı

һоро килейек, шәгүрәкәй (лат. Серая славка, лат. Sylvia communis— турғай һымактар отрядендәге ҡошсоҡ.

Ҡылыҡһырлама

Турғайҙан бер аҙ бәләкәйерәк. Ҡыуаҡтарҙа һикергеләп йөрөүсе теремек ҡош. Кәүҙәһенең һырт яғы һорғолт көрән, түбәһе һоро. Яурындарында ерән ҡауырһындар бар. Кәүҙәһенең аҫ яғы алһыу аҡ. Башҡа киле-йектәрҙән яурындарындағы ерән ҡауырһындары менән айырыла.

Тауышы

Тауышы киҫкен генә: «тек-тек». Сырҡылдап һайрауын яҡынса: «Шәгүрәкәй, килеп кит, килеп кит»,— тигәнгә оҡшаталар.

Йәшәү рәүеше

Асыҡ ерҙәге ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, көҙгөһөн еләк менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ҡыуаҡта оялай. Ҡара-көрән таплы аҡ йәки йәшкелт йомортҡалары, ғәҙәттә, 5 бөртөк була.

Әҙәбиәт

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр

lisans
cc-by-sa-3.0
telif hakkı
Wikipedia authors and editors

Һоро килейек: Brief Summary ( Başkurtça )

wikipedia emerging languages tarafından sağlandı

һоро килейек, шәгүрәкәй (лат. Серая славка, лат. Sylvia communis— турғай һымактар отрядендәге ҡошсоҡ.

lisans
cc-by-sa-3.0
telif hakkı
Wikipedia authors and editors