dcsimg

Аҡ сәскә ( Bashkir )

fornì da wikipedia emerging languages

Аҡ сәскә (лат. Leucanthemum) — астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Ҡыҫҡаса мәғлүмәт

Яҡынса 20 төрө билдәле, башлыса Көньяҡ һәм Урта Европаның таулы райондарында таралған. Башҡортостанда ябай аҡ сәскә үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағының бейеклеге 20—60 см, ғәҙәттә төҙ, ябай, яңғыҙ. Япрағы бөтөн, ситтән киртләсле‑тешле; тамыр яны япрағы — оҙон һаплы, оҙонсанан алып кире йомортҡа формалыға тиклем, һабаҡ япрағы — ултырма, оҙонса ҡыяҡ, сиратлы. Кәрзинкәһенең тел япраҡлы сәскәләре аҡ, эре, көпшәле сәскәләре — һары, ваҡ. Кәрзинкәһе яңғыҙ, һирәгерәк 2—5‑әр, оҙон һаплы. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — орлоҡса, июль—сентябрҙә өлгөрә.

Chrysanthemumleucanthemum.jpg
Ябай аҡ сәскә. К. А. М. Линдман «Bilder ur Nordens Flora», 1917—1926 китабынан ботаник иллюстрация
IMG 6732-Leucanthemum vulgare.jpg
Алғы планда аҡ сәскәнең сәскәлеге үҙәге

Таралышы

Болонда, баҫыуҙа, ҡыуаҡлыҡта үҫә; Башҡортостандың бөтә биләмәһендә таралған.

Файҙаланылыуы

Декоратив үҫемлек (эре сәскәле һәм ялбыр формалары үҫтерелә), баллы үҫемлек. Составында кумариндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

  • Жизнь растений. В 6-ти т. Т. 5. Ч. 2. Цветковые растения / Под ред. А. Л. Тахтаджяна. — М.: Просвещение, 1981. — С. 472.
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. Иллюстрированный определитель растений Средней РоссииМ.: Т-во научных изданий КМК, Ин-т технологических исследований, 2004. — Т. 3. — Б. 457. — ISBN 5-87317-163-7.
  • Ботаника. Энциклопедия «Все растения мира»: Пер. с англ. (ред. Григорьев Д. и др.) — Könemann, 2006 (русское издание). — С. 519—520. — ISBN 3-8331-1621-8.
  • Felicity Barringer. Wildflowers Find Favor With Highway Gardeners. Статья в New York Times. 29 августа 2007.

Һылтанмалар

licensa
cc-by-sa-3.0
drit d'autor
Wikipedia authors and editors

Аҡ сәскә: Brief Summary ( Bashkir )

fornì da wikipedia emerging languages

Аҡ сәскә (лат. Leucanthemum) — астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

licensa
cc-by-sa-3.0
drit d'autor
Wikipedia authors and editors