Бүлмә себене (Musca domestica) — себендәр ғаиләһенә кереүсе бөжәк.
Синантроп төр, космополит. Кәүҙәһе 7—8 мм оҙонлоҡта, һоро төҫтә, күкрәгендә 4 буйы бар, түше өҫтән тоноҡ ҡара, аҫтан һарғылт рәсемле. Уртаса киңлектәрҙә бүлмә себене йылына яҡынса 9 быуын бирә. Йәшәү циклының дауамлылығы, тышҡы мөхиттәге температура һ.б. факторҙарға бәйле рәүештә, 10 -дан алып 45 тәүлеккә ҡәҙәр. Инә себен үҙ ғүмеренең 2,5 айы эсендә 600 -ҙән алып 2 меңгә ҡәҙәр йомортҡа һала. Бер һалғанда уртаса 120 йомортҡа (оҙонлоғо 1—1,2 мм) була; улар 8-50 сәғәт үҫә. Бүлмә себененең личинкалары (оҙонлоғо 13 мм-ға ҡәҙәр) аҡ төҫтә, эсәктән тыш аш ҡайнатыу үҙлегенә эйә. Улар аҙыҡҡа аш ҡайнатыу шайыҡсаһы бүлеп сығаралар һәм ярым эшкәртелгән аҙыҡты һуралар. 3—25 тәүлек үҫәләр, унан һуң ҡурсаҡҡа әйләнәләр. Ҡурсаҡ дәүере 3 тәүлектән бер нисә айға ҡәҙәр (ҡышлағанда) һуҙыла.
Бүлмә себене личинка, ҡурсаҡ йәки олы бөжәк (аталандырылған инә себен) фазаларында ҡышлай.
Бүлмә себене күп кенә эсәк ауырыуҙарын (ҡорһаҡ тифы, дизентерия, холера) тыуҙырыусыларҙы, гельминт күкәйҙәрен күсереүсе булып тора.