Сыбар килейек, сыбар турғай, һыҙмалаҡ (урыҫ. Ястребиная славка) — турғай һымаҡтар отрядендәге ҡошсоҡ.
Турғай ҙурлыҡ. Ағас ботаҡ¬тарында һәм ҡыуаҡтарҙа һикергеләп йөрөүсе теремек. ҡош. һырт яғы асыҡ һоро, алыҫтан күк булып күренә. Кәүҙәһенең аҫ яғы арҡыры таптар менән сыбарланған аҡ¬һыл һары. Башҡа килейектәрҙән ҙурыраҡ булыуы, кәүҙәһенең аҫ яғындағы сыбар ҡауырһындары менән айыры¬ла.
Тауышы киҫкен генә: «тек-тек». Сырылдауға матур ғына һыҙғырыуҙар ҡушып һайрай
һирәк ағаслы яҡты урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Бөжәктәр менән туҡ¬лана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ҡыуаҡта йәки ағас ботаҡтарында оялай, һорғолт таптар менән сыбарланған 5—6 йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Сыбар килейек, сыбар турғай, һыҙмалаҡ (урыҫ. Ястребиная славка) — турғай һымаҡтар отрядендәге ҡошсоҡ.