Прима́ттар (лат. Primates, франц. Primat, primas, «беренсе») — маймылдар һәм кешеләрҙе үҙ эсенә алған плаценталы һөтимәрҙәр отряды.
Отряд 400-ҙән артыҡ төрҙө берләштерә[1].
Приматтарҙың ата-бабалары тропик урмандарҙың ағастарында йәшәгән. Хәҙерге приматтарҙың да йәшәүрәүеше ағастар менән бәйле. Бөтә континеттарҙа ла йәшәгән кешенән башҡа, приматтар Төньяҡ һәм Көньяҡ Американың тропик һәм субтропик райондарында йәшәй.[2]. Приматтар ҙурлыҡтары һәм тышҡы күренеше буйынса күп төрлө. Иң ваҡтары 30 г лемурҙар Microcebus berthae, иң эреләре 200 кг гориллалар. Палеонтологик мәғлүмәттәр буйынса приматтарҙың ата-бабалары 65 миллион йылдар элек аҡбур дәүере аҙағында барлыҡҡа килгән; иң билдәле боронғо примат (Plesiadapis ырыуынан) палеоцен осоро аҙағында 55-58 миллион йылдар элек йәшәгәне билдәле.[3].
Приматтарҙың ослоҡтары хәрәкәтсән, биш бармаҡлы. Ҡул суғының баш бармағы башҡа бармаҡтарға ҡаршы урынлашҡан. Был ағас ботағына тотонорға, ваҡ предметтарҙы алырға мөмкинлек бирә. Приматтарҙың тәне сәс менән ҡапланған, ҡайһы бер приматтарҙың төн ҡатламын йөн тип аталға була.
Прима́ттар (лат. Primates, франц. Primat, primas, «беренсе») — маймылдар һәм кешеләрҙе үҙ эсенә алған плаценталы һөтимәрҙәр отряды.
Отряд 400-ҙән артыҡ төрҙө берләштерә.
Приматтарҙың ата-бабалары тропик урмандарҙың ағастарында йәшәгән. Хәҙерге приматтарҙың да йәшәүрәүеше ағастар менән бәйле. Бөтә континеттарҙа ла йәшәгән кешенән башҡа, приматтар Төньяҡ һәм Көньяҡ Американың тропик һәм субтропик райондарында йәшәй.. Приматтар ҙурлыҡтары һәм тышҡы күренеше буйынса күп төрлө. Иң ваҡтары 30 г лемурҙар Microcebus berthae, иң эреләре 200 кг гориллалар. Палеонтологик мәғлүмәттәр буйынса приматтарҙың ата-бабалары 65 миллион йылдар элек аҡбур дәүере аҙағында барлыҡҡа килгән; иң билдәле боронғо примат (Plesiadapis ырыуынан) палеоцен осоро аҙағында 55-58 миллион йылдар элек йәшәгәне билдәле..