dcsimg

Ерәнсәй сумғыс ( 巴什基爾語 )

由wikipedia emerging languages提供
 src=
Netta rufina

Ерәнсәй сумғыс (рус. красноносый нырок, лат. Netta rufina)— йорт өйрәгенән байтаҡ бәләкәйерәк ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Яңғыҙ, парлашып һәм күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ултырған ҡоштоң башы ҙур булып күренә. Башы, муйыны сағыу ерән. Түше, арҡаһының алғы өлөшө ҡара. Ҡанаттары көрәнһыу һоро, көҙгөләре аҡ. Яурындарындағы таптар, ҡорһағы һәм ҡабырғалары алһыу аҡ. Бәләкәй генә суҡышы, аяҡтары ҡыҙыл. Башҡа сумғыс өйрәктәрҙән бәләкәйлеге, йомро ҙур башы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы яңғырауыҡлы: «көрр-керр-көрр»; ата ҡош яҙғыһын һыҙғыра.

Йәшәү рәүеше

Киң асыҡ урындары булған тәрән күлдәрҙә йәшәй. Башлыса һыу үҫемлектәре, ылымыҡ менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһы ерҙә, ҡамыш араларында була. 8—10 бөртөк һарғылт аҡ йомортҡа һала. Ите өсөн аулайҙар

Әҙәбиәт

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90

Иҫкәрмәләр

許可
cc-by-sa-3.0
版權
Wikipedia authors and editors
原始內容
參訪來源
合作夥伴網站
wikipedia emerging languages

Ерәнсәй сумғыс: Brief Summary ( 巴什基爾語 )

由wikipedia emerging languages提供
 src= Netta rufina

Ерәнсәй сумғыс (рус. красноносый нырок, лат. Netta rufina)— йорт өйрәгенән байтаҡ бәләкәйерәк ҡош.

許可
cc-by-sa-3.0
版權
Wikipedia authors and editors
原始內容
參訪來源
合作夥伴網站
wikipedia emerging languages