dcsimg

Берш ( Bashkir )

fornì da wikipedia emerging languages

Берш (лат. Sander volgensis, рус. Волжский судак) — нурҡанатлы балыҡтарҙың алабуға һымаҡтар отрядынан, алабуғалар ғәиләһенән (Percidae) бер төр.

Фәнни классификация

  • Домен: Эукариоттар
  • Батшалыҡ: Хайуандар(лат. Animalia)
  • Тип: Хордалылар (лат. Chordata)
  • Подтип: Умыртҡалыларе (лат. Vertebrata)
  • Төркөм (Инфратип): Ауыҙяңаҡлылар (лат. Gnathostomi)
  • Надкласс: Балыҡтар(лат. Pisces)
  • Класс: Һөйәкле балыҡтар (лат. Osteichthyes)
  • Төркөм: Нурҡанатлы балыҡтар (лат. Actinopterygii, Teleostomi)
  • Отряд: Алабуға һымаҡтар
  • Ғәиләһе: Алабуғалар
  • Ырыу: Һыла (Судак)
  • Төр: Берш

Ҡылыҡһырлама

Берш — алабуғалар ғәиләһенең бер вәкиле. Энәйөҙгөслө балыҡ (колючеперые рыбы).

Һыла (судак, лат. L. sandra Cuv.) менән берш бер ырыуҙан, үҙ-ара ныҡ оҡшаштар . Берш һыланан бәләкәйерәк булһа ла, төҫтәре менән бер иш тиерлек. Һыланан уны бөтә тештәре лә бер ҙурлыҡта булыуы, ҡаҙыҡ тештәренең булмауы һәм яңаҡтарын һөйәк тәңкәләр ҡаплауы (һыланың сикәһе яланғас) буйынса айырып була.

Таралыуы

Төп ареалы — Азов, Ҡара һәм Каспий диңгеҙ бассейнындағы йылғалар. Волга , Дон, Донец һәм Днепр йылғалары менән уларҙың ҡушылдыҡтарында тереклек итә.

Башҡортостанда ул Ағиҙелдең түбәнге ағымында осрай. Унда берш Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы аша килеп инә. Әммә бер ҡайҙа ла һыла кеүек күп осрамай.

Йәшәү рәүеше

Йәшәү рәүеше әҙ өйрәнелгән. Сөнки, төйәк иткән ере — йылға уртаһы. Һәр саҡ тәрәндә, йылғаның ҡомло төбөндә тереклек итә.

Оҙонлоғо 45 см-ға, ауырлығы 1,2—2,9 кг-ға етә.

Ғәҙәттә, көтөү менән һунар итәләр. Йыртҡыстар. Ваҡ балыҡтар менән туҡланалар. Ҡорбандары 0,5 −10 см тирәһендә.

Үрсеүе һәм үҫеше

Енси етлегеү һәм үрсеү 3-4 йәштә башлана. Ыуылдырыҡтарын май айында, һыланан саҡ ҡына һуңыраҡ (көндәр йылынғасыраҡ) һала башлайҙар. Бының өсөн һыу төбөндәге үҫемлек ҡалдыҡтары, ағас тамырҙары, ата балыҡтар ҡаҙған оялар файҙаланыла.

Селбәрәләренең тәүге йылда һыланыҡы кеүек ҡаҙыҡ тештәре үҫешә.Бер аҙҙан ул тештәр төшә һәм өлкән заттарында бөтөнләй булмай.

Иҫкәрмәләр

  1. Synonyms of Sander volgensis (Gmelin, 1789) в базе данных FishBase (инг.)

Әҙәбиәт

  • Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит.
  • Галеева А. Х. Красная книга // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8 .
  • Баянов М. Г. Редкие виды животных // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8

Һылтанмалар

licensa
cc-by-sa-3.0
drit d'autor
Wikipedia authors and editors

Берш: Brief Summary ( Bashkir )

fornì da wikipedia emerging languages

Берш (лат. Sander volgensis, рус. Волжский судак) — нурҡанатлы балыҡтарҙың алабуға һымаҡтар отрядынан, алабуғалар ғәиләһенән (Percidae) бер төр.

licensa
cc-by-sa-3.0
drit d'autor
Wikipedia authors and editors