dcsimg

Ваҡ һайыҫҡан ( Bashkir )

fornì da wikipedia emerging languages

Ваҡ һайыҫҡан, алағанат (рус. серый сорокопут, лат. Lanius excubitor)— турғай һымаҡтар отрядындағы ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Ғәҙәттә, ағастарҙың ҡоро ботаҡтарында ултыра. Ерҙән түбән генә осоп бара ла, текә күтәрелеп, тағы ла берәй ҡоро ботаҡҡа килеп ҡуна. һырты һоро. Күҙҙәре аша үткән һыҙыҡ, ҡанаттары, оҙон ғына ослайыңҡырап торған ҡойроғо ҡара. Кәүҙәһенең аҫ яғы, ҡанаттарындағы таптар һәм ҡойроғоноң ике яҡ ситендәге һыҙыҡ аҡ. Алағанаттан ҙур булыуы, һоро маңлайы менән айырыла.

 src=
Ваҡ һайыҫҡан табышы менән
 src=
Lanius excubitor

Тауышы

Тауышы тупаҫ: «шәк-шәк».

Йәшәү рәүеше

Урман ситтәрендә, айырым ағаслы һәм һирәк ҡыуаҡлы асыҡ урындарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, сысҡандар, ҡош йомортҡалары менән туйына. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, һирәк осрай. Ағаста йәки ҡыуаҡта оялай. Ҡара таплы 5—6 бөртөк аҡһыл йәшел йомортҡаһы була.

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
licensa
cc-by-sa-3.0
drit d'autor
Wikipedia authors and editors

Ваҡ һайыҫҡан: Brief Summary ( Bashkir )

fornì da wikipedia emerging languages

Ваҡ һайыҫҡан, алағанат (рус. серый сорокопут, лат. Lanius excubitor)— турғай һымаҡтар отрядындағы ҡош.

licensa
cc-by-sa-3.0
drit d'autor
Wikipedia authors and editors