dcsimg

Ҡыҙылбауыр барҡылдаҡ ( Bashkir )

fornì da wikipedia emerging languages

Ҡыҙылбауыр барҡылдаҡ(урыҫ. Дрозд белобровик)

Ҡылыҡһырлама

Ҙурлығы сыйырсыҡтай. Яңғыҙ ҙа, күмәкләшеп тә йөрөйҙәр, һырты тигеҙ һорғолт көрән. Тамағы, түше буй-буй ҡара таптар менән сыбарланған һарғылт төҫтә. Ҡорһағы аҡ. Ҡанаттары осонда ике яҡлап ҡыҙғылт ерән тап¬тары бар. Ҡаштары аҡ. Йырсы барҡылдаҡтан аҡ ҡашыһәм ҡыҙыл-ерән таптары менән айырыла.

 src=
Самец, самка и молодые особи белобровика[1]

Тауышы

Тауышы көслө генә: «тси-тррҡ-тррҡ». һайрауы сырылдау һәм матур ғына һыҙғырыуҙан тора.

Йәшәү рәүеше

Урмандарҙа, туғайҙағы ҡыуаҡ¬лыҡтарҙа йәшәй. Төрлө еләк, бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ағастарҙың түбәнге ботаҡтарында, ҡыуаҡтарҙа, ағас төпһәләрендә була. Ҡыҙыл һәм көрән таптар менән сыбарланған 4-6 бөртөк зәң¬гәрһыу йәшел йомортҡаһы була.

 src=
Птенцы белобровика в гнезде на земле
 src=
Белобровик под дождём

Әҙәбиәт

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр

  1. Рисунок из книги: Naumann J.F. Naturgeschichte der Vögel Mitteleuropas. — 1905. (Естественная история птиц Средней Европы.)
licensa
cc-by-sa-3.0
drit d'autor
Wikipedia authors and editors

Ҡыҙылбауыр барҡылдаҡ: Brief Summary ( Bashkir )

fornì da wikipedia emerging languages

Ҡыҙылбауыр барҡылдаҡ(урыҫ. Дрозд белобровик)

licensa
cc-by-sa-3.0
drit d'autor
Wikipedia authors and editors