dcsimg

Ваҡ ҡолаҡ ярғанаттар ( Bashkir )

fornì da wikipedia emerging languages

Ваҡ ҡолаҡ ярғанаттар (лат. Pipistrellus, рус. Нетопыри) — ярғанаттар ярым отрядының шыма танаулылар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты.

Ҡылыҡһырлама

Ваҡ ҡолаҡ ярғанатының кәүҙә оҙонлоғо 3,2—5,1 см, ауырлығы 3—8 г, ҡанаттары тар, ҡоласы 18–22 см. Арҡаһының төҫө көрән-ерәндән алып һоро-балауыҙ һарыға тиклем, ҡорһағы асығыраҡ төҫтә. Натузиус ваҡ ҡолаҡ ярғанатының кәүҙә оҙонлоғо 4,6—5,8 см, ауырлығы 5—12 г, ҡанаттарының ҡоласы 23—25 см. Арҡаһының төҫө көрән-балауыҙ һарынан алып ҡыҙғылт төҫмөрлө ерәнһыу-ҡуңырға тиклем, ҡорһағы ҡуңыр-һоро. Йөнө ҡыҫҡа, ҡуйы, төптәре ҡара. Ҡолаҡтары ҙур түгел, осло. Ҡанатының ярыһы артҡы аяғының тышҡы бармағындағы аҫҡы өлөшөнә беркетелгән. Ҡойроғо ҡыҫҡа.

Үрсеүе

Йөклөлөгө 40—60 көн дауам итә. Ғәҙәттә йылына 1 тапҡыр 1—2 бала тыуҙыра. 3—7, ҡайһы берҙә 16 йылға тиклем йәшәй.

Йәшәйеше

Эңерҙә әүҙем. Төҙөлөштәрҙә, ағас ҡыуыштарында, ҡая ярыҡтарында йәшәй; Башҡортостанда ҡышламай, миҙгел һайын күсенеп йөрөй.

Туҡланыуы

Нигеҙҙә бөжәктәр менән туҡлана, табышын һауала тота.

Таралышы

Яҡынса 40 төрө билдәле. Евразияның урта бүлкәтенән алып Көньяҡ Африкаға һәм Австралияға тиклем таралған. Башҡортостанда кәрлә ваҡ ҡолаҡ ярғанаты һәм Натузиус ваҡ ҡолаҡ ярғанаты осрай. Башҡортостандың Урал алды көньяғында осрай. Ике төрө лә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Иҫкәрмәләр

  1. Систематика и синонимия (инг.). BioLib. 14 ғинуар 2011 тикшерелгән.
licensa
cc-by-sa-3.0
drit d'autor
Wikipedia authors and editors

Ваҡ ҡолаҡ ярғанаттар: Brief Summary ( Bashkir )

fornì da wikipedia emerging languages

Ваҡ ҡолаҡ ярғанаттар (лат. Pipistrellus, рус. Нетопыри) — ярғанаттар ярым отрядының шыма танаулылар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты.

licensa
cc-by-sa-3.0
drit d'autor
Wikipedia authors and editors