dcsimg

Бүрекле тебейек ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Бүрекле тебейек (урыҫ.Хохлатая синица, лат. Lophophanes cristatus) — ҡарабаш турғайҙары ғаиләһенән ҙур булмаған һайраусы ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Турғайҙан бәләкәйерәк. Ағас ботаҡтары араһында һикергеләп йөрөүсе бәләкәй ҡошсоҡ. Башында арҡыры ҡара һыҙыҡтары булған аҡ төҫтәге ослайыңҡырап торған бүрке бар. һырт яғы көрәнһыу һоро. Ҡорһаҡ яғы һорғолт аҡ. Түше һәм сикәләре аҡ. Тамағындағы тап һәм муйынындағы һыҙыҡ ҡара. Башҡа тебейектәрҙән башындағы бүрке менән айырыла.

Тауышы

Тауышы яңғырауыҡлы: «ти-ти-тиржж».

Йәшәү рәүеше

Аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. һирәк осрай. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙғылт көрән һипкел¬ле 5—7 бөртөк йомортҡа һала. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡы¬рып, файҙа килтерә.

Әҙәбиәт

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Бүрекле тебейек: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Бүрекле тебейек (урыҫ.Хохлатая синица, лат. Lophophanes cristatus) — ҡарабаш турғайҙары ғаиләһенән ҙур булмаған һайраусы ҡош.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors