dcsimg

Көртмәлеләр ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Көртмәлеләр,Вакци́ниум (лат. Vaccínium) — мәңге йәшел һәм япраҡ ҡоя торған үҫемлектәргә ҡараған ҡыуаҡ, ярымҡыуаҡ һәм ваҡ ҡыуаҡтар (бик һирәк ағас йә лиана), Арса һымаҡтар (Ericaceae) ғаиләһенән. Күпселек төрҙәре — Төньяҡ ярымшарҙан, ләкин ҡайһы бер төрҙәре һәм көньяҡта ла осрай.

Башҡорт телендә «көртмәлеләр» булараҡ билдәле.

Был төргә кеше өсөн файҙалы һәм мәнфәғәтле күп кенә үҫемлектәр инә:ҡара көртмәле, күк көртмәле, ябай һәм эре емешле мүк еләктәре, мүк көртмәлеһе һәм ҡыҙыл көртмәле.Улар ашарға яраҡлы, дауаға ярай торған үҙенсәлектәре лә бар. Ҡайһы бер ашарға яраҡлы төрҙәре культуралаштырылған, шул иҫәптән сәнәғәт масштабында (тәү сиратта былар — эре емешле мүк еләге һәм бейек ҡыуаҡсыҡлы күк көртмәле). Башҡа маҡсаттарҙа үҫемлек өлөштәре ҡулланыла, мәҫәлән, медицинала — ҡара һәм ҡыҙыл көртмәленең япрағы файҙаланыла. Ҡайһы бер үҫемлектәр декоратив баҡсасылыҡта ҡулланыла.

Атамаһы

Вакциниумдың синонимдары[6]:

 src=
Ҡыҙыл көртмәле (Vaccinium vitis-idaea). К. А. М. Линдман, «Bilder ur Nordens Flora», 1917—1926 китабынан ботаник иллюстрация.
1 — сәскәле һабағы, 2 — еләге, 3 — сәскәһе киҫелештә, 4 — һеркәһе

Үҫкән ерҙәре

Күпселек төрҙәренең тәбиғи ареалыТөньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм һалҡынса климатлы төбәктәре; Анд тауҙарында, шулай уҡ Гавай утрауҙарында, Мадагаскарҙа, Көньяҡ Африкала таралған тропик төрҙәре бар.

Был ырыу үҫемлектәренең күп өлөшө асыҡ майҙандарҙа, яҡты урмандарҙа үҫә, әсе тупраҡты өҫтөн күрә. Ҡайһы бер төрҙәре сфагн һаҙлыҡтарына яраҡлашҡан: мәҫәлән, күк көртмәле, мүк еләге төрҙәре[7].

Химик составы

Беренсе сиратта дарыу үләне булараҡ ҡулланылған вакциниум төрҙәренең химик составы яҡшы өйрәнелгән.

Медицина йәһәтенән иң мөһим компоненттарҙың береһе глюкозид арбутин, ул бәүел юлдары өсөн антисептик булып тора, бактерицидный үҙенсәлектәре бар. Ҡыҙыл һәм ҡара көртмәле япрағында һәм арбутин табылған[8][9]. Арбутин (вакцинин) ҡыҙыл көртмәле менән мүк еләгенә әскелт тәм бирә лә инде[10].

Ҡыҙыл һәм ҡара көртмәле япрағында аскорбин кислотаһы (ҡара көртмәлелә — 250 мг% тиклем), дубиль матдәләр, флавоноидтар, тритерпен берләшмәләр, ҡына кислотаһы бар[8].

Ҡыҙыл һәм ҡара көртмәле, мүк еләгендә шәкәрҙәр, лимон һәм аскорбин кислоталары (ҡыҙыл көртмәлелә — 17-гә мг% тиклем) глюкозидтар булыуы асыҡланған. Ҡыҙыл көртмәлелә һәм мүк еләгендә антисептик сифатлы бензой кислотаһы бар, ҡара көртмәлелә ул юҡ[8], тап шуға ла ҡыҙыл көртмәлене һәм мүк еләген, ҡара көртмәленән айырмалы, консерванттар ҡушмай ғына оҙайлы ваҡыт һыуға һалып һаҡлап була.

Ҡара көртмәле бөтә еләк һәм емеш-еләк араһында марганец күләме буйынса беренсе урынды биләй[8].

Vaccinium.jpg
Vaccinium fruechte.jpg
Vaccinium fruit.JPG
Һулдағы фотографияла:Вакциниум&nbsp үҫемлектәре емештәре;— мүк еләге, күк көртмәле, ҡара көртмәле, ҡыҙыл көртмәле (өҫкө уң яҡтан сәғәт уғы йөрөшө буйынса). Уртала һәм уңда — бейек күк көртмәле емештәре.

Иҫәрмәләр

  1. 1,0 1,1 Линней К. Genera plantarum eorumque characteres naturales, secundum numerum figuram, situm, & proportionem omnium fructificationis partium — 5 — Стокгольм: 1754. — С. 166. — doi:10.5962/BHL.TITLE.746
  2. Linnaeus C. Species Plantarum: Exhibentes plantas rite cognitas ad genera relatas — 1753. — Т. 1. — С. 349.
  3. база данных растений Министерства сельского хозяйства США
  4. Nederlands Soortenregister
  5. Таксономия растений GRIN
  6. По данным сайта GRIN (см. раздел Ссылки)
  7. Еленевский А. Г. Ботаника. Систематика высших, или наземных, растений: учеб. для студ. высш. пед. учеб. заведений / А. Г. Еленевский, М. П. Соловьёва, В. Н. Тихомиров — Изд. 4-е, испр. — М.: Академия, 2006. — Б. 346—349. — 3000 экз. — ISBN 5-7695-2141-4.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Ковалёва Н. Г. Лечение растениями. Очерки по фитотерапииМ.: Медицина, 1972. — 352 б. — УДК-615.322
  9. Вермейлен, Нико. Полезные травы. Иллюстрированная энциклопедия: Пер. с англ. Б. Н. Головкина — М.: Лабиринт Пресс, 2002. — Б. 298—299. — 320 б. — ISBN 5-9287-0244-2.
  10. Шипунов А. Б. ҡара көртмәлеа // Биология: Школьная энциклопедия / Белякова Г. и др — М.: БРЭ, 2004. — 990 б. — ISBN 5-85270-213-7.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Ҡалып:Арса һымаҡтар

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Көртмәлеләр: Brief Summary ( Bashkir )