Энәтирелеләр (лат. Echinodermata, рус. Иглокожие) — диңгеҙ төбөндә йәшәүсе, ирекле хәрәкәт итеүсе, ҡайһы осраҡта йәбешеп, ултыраҡ тереклек итеүсе, донъя океанының бөтә тәрәнлектәрендә тереклек итеүсе хайуандар тибы. Хәҙерге көндә 7000-гә яҡын төрө билдәле[1].
Хордалылар менән бер рәттән энәтирелеләр икенсел ауыҙлылар тармағына ҡарай. Был типҡа, кембрий осоронда тереклек иткән, бөгөнгө көндә юҡҡа сыҡҡан 13 меңгә яҡын төр керә.
Энәтирелеләр — күбеһенcә һыу төбөндә тереклек итә торған диңгеҙ хайуандары. Улар бик аҡрын хәрәкәтләнә. Энәтирелеләргә диңгеҙ йондоҙо, диңгеҙ терпеһе, диңгеҙ ҡыяры (голотурия) керә. Уларның ҙурлығы бер нисә миллиметрҙан 1 метрға тиклем етә, артырға ла мөмкин.
Энәтирелеләр (лат. Echinodermata, рус. Иглокожие) — диңгеҙ төбөндә йәшәүсе, ирекле хәрәкәт итеүсе, ҡайһы осраҡта йәбешеп, ултыраҡ тереклек итеүсе, донъя океанының бөтә тәрәнлектәрендә тереклек итеүсе хайуандар тибы. Хәҙерге көндә 7000-гә яҡын төрө билдәле.
Хордалылар менән бер рәттән энәтирелеләр икенсел ауыҙлылар тармағына ҡарай. Был типҡа, кембрий осоронда тереклек иткән, бөгөнгө көндә юҡҡа сыҡҡан 13 меңгә яҡын төр керә.
Энәтирелеләр — күбеһенcә һыу төбөндә тереклек итә торған диңгеҙ хайуандары. Улар бик аҡрын хәрәкәтләнә. Энәтирелеләргә диңгеҙ йондоҙо, диңгеҙ терпеһе, диңгеҙ ҡыяры (голотурия) керә. Уларның ҙурлығы бер нисә миллиметрҙан 1 метрға тиклем етә, артырға ла мөмкин.
Энәтирелеләрҙең күп төрлөлөгөДиңгеҙ йондоҙо Plectaster decanus
Диңгеҙ йондоҙо Linckia sp.
Диңгеҙ терпеһе Strongylocentrotus franciscanus
Офиура Ophionereis reticulata