dcsimg

Балғараҡтар ( bachkir )

fourni par wikipedia emerging languages

Балғараҡтар, бражниктар, эңер һылыуҡастары (лат. Sphingidae, рус. Бражники ) — Тәңкә ҡанатлылар ғаиләһендәге төнгө күбәләктәр; һәр ерҙә оса торған, күпселектә матур төҫлө, йыуан кәүҙәле зарарһыҙ эре күбәләктәр[1].

Киң күкрәкле, йыуан ҡорһаҡлы, алғы ҡанаттары оҙонса һәм тар, арт ҡанаттары ҡыҫҡа, орсоҡ һымаҡ кәүҙәһе менән айырылып тора. Бер урында ҡанаттарын тиҙ елпеп тороп, сәскәгә ҡунмайынса ғына нектар һурырға яйлашҡандар. Тәңкә ҡанатлылар араһында иң тиҙ осоусыларҙан һанала, тиҙлекте 60 км/сәғәткә ҡәҙәр еткерә алалар. Кис һәм төндә әүҙемдәр, ҡайһы бер төрҙәре көндөҙ лә актив. Күбәләк ҡортоноң артҡы өлөшөндә ҡаты мөгөҙө бар. Бигерәк тә ҡарағай балғараҡтар күп. Был — ҡанаттарының ян-яҡтарында нескә аҡ ҡайма һәм аҡһыл һоро һүрәт төшкән, һоро төҫтәге ҙур күбәләк. Июнь-июль айҙарында оса. Ҡорттары ҡарағай ағасында үҫә. Зелпе төклөтурасы — көндөҙ осоусы балғараҡтарның бер төрө. Уртаса ҙурлыҡта. Әле яңы ғына күбәләккә әверелгәненең ҡанаттарында ҡара тәңкәләр була, ләкин беренсе осоштан һуң улар коела һәм ҡанаттары ҡара ҡаймалы үтә күренмәлегә әүерелә. Кәүҙәһе һары, ҡараһыу төҫтәге һыҙыҡлар бар. Тышҡы ҡиәфәте менән әлеге күбәләк төклөтураны хәтерләтә. Күбәләк ҡорто зелпелә үҫә. Юкә балғараҡтары, тирәк балғараҡтары, йоғырт балғараҡтары — йыш осорай торған төрҙәре. «Үле баш» исемле балғараҡтар, сирень балғараҡтары һәм күҙләс балғараҡтар ТР-ҙың Ҡыҙғылт китабына кертелгән.

Иҫкәрмәләр

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)

Сығанаҡ

licence
cc-by-sa-3.0
droit d’auteur
Wikipedia authors and editors

Балғараҡтар: Brief Summary ( bachkir )

fourni par wikipedia emerging languages

Балғараҡтар, бражниктар, эңер һылыуҡастары (лат. Sphingidae, рус. Бражники ) — Тәңкә ҡанатлылар ғаиләһендәге төнгө күбәләктәр; һәр ерҙә оса торған, күпселектә матур төҫлө, йыуан кәүҙәле зарарһыҙ эре күбәләктәр.

Киң күкрәкле, йыуан ҡорһаҡлы, алғы ҡанаттары оҙонса һәм тар, арт ҡанаттары ҡыҫҡа, орсоҡ һымаҡ кәүҙәһе менән айырылып тора. Бер урында ҡанаттарын тиҙ елпеп тороп, сәскәгә ҡунмайынса ғына нектар һурырға яйлашҡандар. Тәңкә ҡанатлылар араһында иң тиҙ осоусыларҙан һанала, тиҙлекте 60 км/сәғәткә ҡәҙәр еткерә алалар. Кис һәм төндә әүҙемдәр, ҡайһы бер төрҙәре көндөҙ лә актив. Күбәләк ҡортоноң артҡы өлөшөндә ҡаты мөгөҙө бар. Бигерәк тә ҡарағай балғараҡтар күп. Был — ҡанаттарының ян-яҡтарында нескә аҡ ҡайма һәм аҡһыл һоро һүрәт төшкән, һоро төҫтәге ҙур күбәләк. Июнь-июль айҙарында оса. Ҡорттары ҡарағай ағасында үҫә. Зелпе төклөтурасы — көндөҙ осоусы балғараҡтарның бер төрө. Уртаса ҙурлыҡта. Әле яңы ғына күбәләккә әверелгәненең ҡанаттарында ҡара тәңкәләр була, ләкин беренсе осоштан һуң улар коела һәм ҡанаттары ҡара ҡаймалы үтә күренмәлегә әүерелә. Кәүҙәһе һары, ҡараһыу төҫтәге һыҙыҡлар бар. Тышҡы ҡиәфәте менән әлеге күбәләк төклөтураны хәтерләтә. Күбәләк ҡорто зелпелә үҫә. Юкә балғараҡтары, тирәк балғараҡтары, йоғырт балғараҡтары — йыш осорай торған төрҙәре. «Үле баш» исемле балғараҡтар, сирень балғараҡтары һәм күҙләс балғараҡтар ТР-ҙың Ҡыҙғылт китабына кертелгән.

 src=

Балғараҡ ҡарышлауығы

 src=

Тирәк балғарағы

 src=

Күҙләс балғараҡ

 src=

Имән балғарағы

licence
cc-by-sa-3.0
droit d’auteur
Wikipedia authors and editors