dcsimg

Торомтай ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Торомтай (рус. Обыкнове́нная пустельга́, лат. Falco tinnunculus) — ыласын һымаҡтар отрядына инеүсе оҙон осло ҡанатлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, күкшел буҙ һыртлы, ҡыҙғылт һары ҡорһаҡлы, кимереүселәр һәм бөжәктәр менән туҡланған ваҡ йыртҡыс ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Күгәрсен ҙурлығында.Осҡанда оҙон ҡанаттары һәм ҡойроғо күҙгә салына. Ата ҡоштоң т-бәһе һәм ҡойроғо күкһел һоро. Ҡанат остары ҡара. Дөйөм төҫөерән, ҡорһаҡ яғы асығыраҡ уҡ башағына оҡшаған ҡара тартар менән сыбарланған. Инә һәм йәш ҡоштарҙың һырты ҡара таплы көрәнһыу ерән.Кәүҙәләренең аҫ яғы буй ала, һорғолт аҡ. Ялан торомтайынан тырнаҡтарының ҡара булыуы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы яңғырауыҡлы:"кли-кли-кли".

Йәшәү рәүеше

Ҡая таштарҙа, һирәк ағаслы урмандарҙа йәшәй. Башлыса сысҡан, ваҡ ҡош-ҡорт менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ағас баштарында һәм ҡыуышында, ҡая таштарҙа оялай. Ерәнһыу көрән таптар менән сыбарланған 4-5 йоиортҡа һала. Сысҡандарҙы ҡырып файҙа килтерә.

Осоуы

{{|be-x-old}} {{|de}}

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Торомтай: Brief Summary ( Bashkir )