Төймәбаш (лат. Erígeron, рус. Мелколепестник) — 400 төрҙө берләштергән астралар ғаиләһе[1]; ҡый үләне[2].
Ҡарағай урмандарында, баҫыуҙарҙа, һөҙәклектәрҙә, сүпле ерҙәрҙә үҫәләр. 10-80 см оҙонлоҡтағы үҫемлектәр. Һабағы тура, ҡаты төклө. Япраҡтары сиратлашҡан, ҡырҙары шыма йәки тешле ситле. Сәскәләре тоноҡ зәңгәр, аҡһыл шәмәхә, алһыу төҫтә, кәрзиндәрендә, суҡ һамаҡ йәки һепертке һамаҡ сәскә төркөмөнә йыйылған; ҡырыйҙағы сәскәләре – тел һамаҡ, урталағылары – көпшә һамаҡ. Емеше - орлоҡса. Июнь-августта сәскә аталар. Орлоҡтан һәм вегетатив юл менән үрсейҙәр. Баллы үҫемлектәр.
Төймәбаш (лат. Erígeron, рус. Мелколепестник) — 400 төрҙө берләштергән астралар ғаиләһе; ҡый үләне.