Сосно́вский балтырғаны (лат. Heracléum sosnówskyi) — сатырлылар ғаиләһе балтырған ырыуына ҡараған эре үлән. Үҫемлеккә ҡағылыу яндыра, оҙаҡ төҙәлмәй торған яралар барлыҡҡа килә[4].
XX быуат уртаһынан СССР-ҙа был үҫемлекте күпләп [5] силос өсөн үҫтерә башлаған булалар[6]. Һуңғараҡ бик тиҙ ҡырағайланыуы һәм тәбиғи экосистемаға үтеп инеүе асыҡлана, төҙәтеп булмаҫлыҡ тиерлек зыян һала башлауы асыҡлана. Япраҡтары һәм орлоҡтары эфир майҙарына бай, уларҙа фототоксик фуранокумариндар булыуы буллёз дерматитҡа килтерә, ул янған яра төҫө ала. Ошо сифаттар арҡаһында үҫемлекте сәнәғәт кимәлендә етештереүҙән баш тартырға тура килә.
1944 йылда балтырғандың яңы төрөн тапҡан һәм тасуирланған совет һәм грузин ботаник-систематигы Манденова Ида Пановна уны ботаник, систематик һәм ботаникогеограф Сосновский Дмитрий Иванович (1885-1953) хөрмәтенә Сосновский балтырғаны тип атарға тәҡдим итә. Балтырған орлоғо 1951—1952 йылдарҙа Нальчик ҡалаһы янында йыйып алыныуы билдәле [7].
«Госсорткомиссия» ФГБУ-һының Рәсми бюллетене районлаштырылған Сосновский балтырғанының Дәүләт селекцион ҡаҙаныштары исемлегенән хужалыҡ өсөн файҙаһыҙлығы арҡаһында алып ташланыуы хәбәр ителә (20 апрель, 2012 йыл № 6(176) [8][9].
2014 йылдың декабрендә Сосновский балтырғаны кодтары (йәшел масса һәм орлоҡтары) Дөйөм Рәсәй продукция классификаторынан алып ташлана, 2015 йылдың 1 ғинуарынан ауыл хужалығы культуралары статусын да бөтөрәләр, 2015 йылдың декабренән Сосновский балтырғаны Рәсәй Федерацияһының сүп үләндәре Тармаҡ классификаторына индерелә [10][11][12] (5506-се һанлы) [13].
Сосно́вский балтырғаны (лат. Heracléum sosnówskyi) — сатырлылар ғаиләһе балтырған ырыуына ҡараған эре үлән. Үҫемлеккә ҡағылыу яндыра, оҙаҡ төҙәлмәй торған яралар барлыҡҡа килә.
XX быуат уртаһынан СССР-ҙа был үҫемлекте күпләп силос өсөн үҫтерә башлаған булалар. Һуңғараҡ бик тиҙ ҡырағайланыуы һәм тәбиғи экосистемаға үтеп инеүе асыҡлана, төҙәтеп булмаҫлыҡ тиерлек зыян һала башлауы асыҡлана. Япраҡтары һәм орлоҡтары эфир майҙарына бай, уларҙа фототоксик фуранокумариндар булыуы буллёз дерматитҡа килтерә, ул янған яра төҫө ала. Ошо сифаттар арҡаһында үҫемлекте сәнәғәт кимәлендә етештереүҙән баш тартырға тура килә.
1944 йылда балтырғандың яңы төрөн тапҡан һәм тасуирланған совет һәм грузин ботаник-систематигы Манденова Ида Пановна уны ботаник, систематик һәм ботаникогеограф Сосновский Дмитрий Иванович (1885-1953) хөрмәтенә Сосновский балтырғаны тип атарға тәҡдим итә. Балтырған орлоғо 1951—1952 йылдарҙа Нальчик ҡалаһы янында йыйып алыныуы билдәле .
«Госсорткомиссия» ФГБУ-һының Рәсми бюллетене районлаштырылған Сосновский балтырғанының Дәүләт селекцион ҡаҙаныштары исемлегенән хужалыҡ өсөн файҙаһыҙлығы арҡаһында алып ташланыуы хәбәр ителә (20 апрель, 2012 йыл № 6(176) .
2014 йылдың декабрендә Сосновский балтырғаны кодтары (йәшел масса һәм орлоҡтары) Дөйөм Рәсәй продукция классификаторынан алып ташлана, 2015 йылдың 1 ғинуарынан ауыл хужалығы культуралары статусын да бөтөрәләр, 2015 йылдың декабренән Сосновский балтырғаны Рәсәй Федерацияһының сүп үләндәре Тармаҡ классификаторына индерелә (5506-се һанлы) .