dcsimg

Һөмәй ( Başkurtça )

wikipedia emerging languages tarafından sağlandı
Strix nebulosa (Chouette lapone) - 393.jpg

Һөмәй, һөмәй ҡош, һаҡалтай ябалаҡ(Бородатая неясыть) (лат. Strix nebulosa) һөиәйҙәр ғаиләһендәге эре ҡош. Ҡанат йәйелеше метр ярымға етә.

Ҡылыҡһырлама

Ҡаҙҙан бәләкәйерәк. Тауышһыҙ яй ғына оса торған ҙур ябалаҡ. Дөйөм төҫө һорғолт көрән, ҡорһаҡ яғы ҡара, ә һырт яғы аҡһыл һары таптар менән сыбарланған, йөҙөндә ҡара түңәрәк һыҙыҡтары бар. Тамағы ҡара, күҙҙәре һары. Башында ҡолағы юҡ. Башҡа ябалаҡтарҙан битендәге түңәрәк һыҙыҡтары менән айырыла.

Тауышы

Тауышы тоноҡ һәм шомло: «һу-һу-һууу».

Йәшәү рәүеше

Ҡуйы һәм бейек ағаслы урмандарҙа йәшәй. Ваҡ хайуандар һәм ҡош-ҡорт аулай. Ултыраҡ ҡош, һирәк осрай. Ояһы ағас башында була. З— 4 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Кимереүсе йәнлектәрҙе ҡырып, бер аҙ файҙа килтерә.

Галерея

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

lisans
cc-by-sa-3.0
telif hakkı
Wikipedia authors and editors

Һөмәй: Brief Summary ( Başkurtça )