dcsimg

Безелдәк ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Безелдәк (рус. обыкновенный сверчок, лат. Locustella naevia) — алаҡас турғайҙар ғаиләһендәге һайраусы ҡоштарҙың бер төрө. Евразияның ылыҫлы урмандарында киң таралған. Һайраусы ҡош булараҡ, өйҙә ситлектә тоталар.

Ҡаурыйҙары ҡара таптар менән ҡапланған, һары-һорғолт төҫтә. Аҫты һары таптар менән ҡапланған. Ҡанаттары киң, ҡыҫҡа ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп тора.

Тереклек итеүе

Европаның урман зонаһында киң таралған. Күберәк таулы һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Безелдәк Башҡортостанда ла киң таралған. Ҡайһы бер райондарҙа сиңерткә турғайы тип тә йөрөтәләр. Парлашып йәшәйҙәр. Сентябрь аҙаҡтарына өйөргә тупланып осоп китәләр.

Туңмай торған шишмә-йылғалар булғанда, ҡышҡылыҡҡа ҡалған осраҡтар ҙа бар.

Ҡарағай, йәки шыршы ағастарында оя ҡора. Ояһын ағас ботағы, үлән, мүктән үреп ағас башына ҡора.

Туҡланыуы

Төрлө ваҡ бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Ҡыш ҡайын, ерек ағасы емештәре менән туҡлана.

Үрсеүе

Көрәнһыу таптар менән ҡапланған 4-6 йомортҡа һала.

Төрҙәштәре

  • Йылға безелдәге — речной сверчок (locustella fluviatailis Wolf)
  • Йырсы безелдәк — соловьиный сверчок (turdus philomelos Drehm)
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Безелдәк: Brief Summary ( Bashkir )