dcsimg

Сыбар ҡурҙай ( башкирски )

добавил wikipedia emerging languages

Сыбар ҡурҙай, ҡамыш турғайы, ҡамыш сыпсығы. (рус. Камышевка-барсучок, лат. Acrocephalus schoenobaenus)— турғайҙар отрядындағы ҙур булмаған ҡошсоҡ.

Ҡылыҡһырлама

Турғайҙан бәләкәйерәк. Үлән һәм ҡамыш араларында осоп йөрөүсе бәләкәй генә ҡошсоҡ, һырты ерәнһыу сыбар. Ҡанат ҡауырһындарының ситтәре аҡһыл һары, уртаһы ҡара. Түбәһенән өс -буй ҡара һыҙыҡ үтә, ҡашы аҡ. Ҡорһағы һәм түше аҡһыл-ерән. Башҡа ҡурҙайҙарҙан ҡара һыҙыҡлы түбәһе менән айырыла.

Тауышы

Тауышы көслө генә: «шиҡ-шиҡ».

Йәшәү рәүеше

Сырылдап һайрай, башҡа ҡоштарҙың да тауышын сығара, һыуға яҡын ҡамышлыҡ, бейек үлән, тал араларында йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Ояһы ҡамыш йәки үлән һабаҡтарында була. Ҡара һәм көрән таптар менән сыбарланған 4—5 бөртөк аҡ йомортҡа һала.

Әҙәбиәт

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр

лиценца
cc-by-sa-3.0
авторски права
Wikipedia authors and editors
изворно
посети извор
соработничко мреж. место
wikipedia emerging languages

Сыбар ҡурҙай: Brief Summary ( башкирски )

добавил wikipedia emerging languages

Сыбар ҡурҙай, ҡамыш турғайы, ҡамыш сыпсығы. (рус. Камышевка-барсучок, лат. Acrocephalus schoenobaenus)— турғайҙар отрядындағы ҙур булмаған ҡошсоҡ.

лиценца
cc-by-sa-3.0
авторски права
Wikipedia authors and editors
изворно
посети извор
соработничко мреж. место
wikipedia emerging languages