Һары умырзая (рус. Адо́нис весенний, лат. Adonis vernalis) — лютиктар ғаиләһенә ингән, иртә яҙҙан сәскә ата торған тетмәкәй япраҡлы, эре сәскәле үҫемлек; бал ҡорттары уның һеркәһен яратып йыя[1]; Лютик һымаҡтар (Ranunculaceae) ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 50 см-ға етә ала. Апрель-май айҙарында һары сәскә ата, июнь-июльдә орлоғо өлгөрә.
Һары умырзая ҡайын һәм имән урмандары ситендә, ҡалҡыулыҡтарҙың көньяҡ-көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш биттәрендә үҫә. Үҫемлекте Башҡортостандың күпселек райондарында күрергә мөмкин. Тик Ҡалтасы, Яңауыл райондарында ул осрамай.
Һары умырзая (рус. Адо́нис весенний, лат. Adonis vernalis) — лютиктар ғаиләһенә ингән, иртә яҙҙан сәскә ата торған тетмәкәй япраҡлы, эре сәскәле үҫемлек; бал ҡорттары уның һеркәһен яратып йыя; Лютик һымаҡтар (Ranunculaceae) ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 50 см-ға етә ала. Апрель-май айҙарында һары сәскә ата, июнь-июльдә орлоғо өлгөрә.