Таштурғай, таш турғайы, шаҡылдаҡ, шыҡылдаҡ (лат. Oenanthe, рус. Rfvtyrf) — себен турғайҙары ғаиләһендәге ҡош.
Турғай ҙурлыҡ, оҙон ғына аяҡлы, ерҙән йөрөүсе ҡош. Өҙлөкһөҙ ҡойроғон бәүелтә. Ата ҡоштоң һырты аҡһыл һоро, кәүҙәһенең аҫ яғы һарғылт аҡ. Ҡанаттары, ҡойроғоноң осо, күҙҙәре аша үткән киң һыҙыҡ ҡара, ҡойроғоноң төбө аҫтан да, өҫтән дә аҡ. Инә ҡоштоң һырты ҡыҙғылт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы алһыу һоро. Ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара-көрән. Бейеүсе таштурғайҙан тамағының һоро төҫтә булыуы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «шаҡ-шаҡ». Башлыса ҡоштарҙың тауышына оҡшатып һайрай
Ташлы асыҡ урындарҙа, тау итәктәрендә йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Өңдәрҙә, таш аҫтарында һәм араларында оялай. 5—6 бөртөк аҡһыл зәңгәр йомортҡаһы була.
Таштурғай, таш турғайы, шаҡылдаҡ, шыҡылдаҡ (лат. Oenanthe, рус. Rfvtyrf) — себен турғайҙары ғаиләһендәге ҡош.