Көгөрләүек (рус. Мородунка, лат. Xenus cinereus)— ржанка һымаҡтар отрядендәге ҡош.
Ҙурлығы сыйырсыҡтай. Оҙон суҡышы өҫкәрәк кәкрәйеп торған сэпсәү. Күберәк ерҙән йөрөй, һирәкләп ҡыуаҡтарға, төп баштарына ла ҡуна һырт яғы ҡара-көрән таплы һарғылт һоро. Кәүҙәһенең аҫҡы яғы аҡ, муйыны һәм түшенең еҫ яғы сыбар. Тебеттән һәм божор сәпсәүҙән суҡышы өҫкә ҡарай кәкре булыуы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «ти-ли-ли». Яҙғыһын ата ҡош сырылдап һыҙғыра: «түрүй-түрүй-түрүй».
Шарлыҡтарҙа, күл һәм йылға буйҙарындағы батҡылдарҙа йәшәй. Төрлө бешкәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә оялай. Көрән таплы 4 бөртөк һарғылт йомортҡа һала.
Көгөрләүек (рус. Мородунка, лат. Xenus cinereus)— ржанка һымаҡтар отрядендәге ҡош.