dcsimg

Майсыбыҡ ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Майсыбыҡ — ирен сәскәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы

Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияла таралған. Башҡортостанда сәнскеле майсыбыҡ үҫә. Далала, болондарҙа, ҡоро һәм ташлы битләүҙәрҙә үҫә. Ейәнсура, Көйөргәҙе райондарында осрай.

Ботаник яҙма

Күп йыллыҡ үлән. Һабағы ҡарағусҡыл шәмәхә төҫөндә, төклө, ябай йәки төбөндә тармаҡлы, төҙ, бейеклеге 50—80 см. Тамыр яны япраҡтары оҙонса ланцет йәки ланцет формаһында, оҙон һаплы; һабаҡ япраҡтары оҙонса тар ланцет формаһында, ҡыҫҡа һаплы; ос япраҡтары ланцет, ултырма. Сәскәләре зәңгәрһыу ал төҫтә, ултырма, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, ялған суҡтарҙа. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы сәтләүек, июль—августа өлгөрә. Баллы, декоратив, мал аҙығы үҫемлеге.

Составы

Составында С, В2, Е, К витаминдары, каротиндар, алкалоидтар, дуплау матдәләре, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Таксономия

тағы 14 ғаилә (согласно Системе APG II) тағы 80 ырыуҙан күберәк порядок Баллыбабай сәскәлеләр аҫ ғаилә Баллыбабайҙар 100-ҙән артыҡ төр отдел Сәскәлеләр йәки ябыҡ орлоҡлолар ғаилә Ирен сәскәлеләр ырыуы Майсыбыҡ ещё 44 порядка цветковых растений (согласно Системе APG II) тағы ла 7 аҫ ғаилә

Иҫкәмәләр

Һылтанмалар

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Майсыбыҡ: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Майсыбыҡ — ирен сәскәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors